Бөгөн Халыҡ-ара Өфө аэропортына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус бортында Украинанан бишенсе тулҡын ҡасаҡтар килде

Бөгөн Халыҡ-ара Өфө аэропортына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус бортында Украинанан бишенсе тулҡын ҡасаҡтар килде 31.07.2014

106 Украина гражданы араһында 30 бала. Мәжбүри күскенселәр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы оҙатыуында  "Сәләмәтлек шишмәһе" профилакторийына урынлаштырылды. Улар өсөн йылы аш-һыу ойошторолған, медицина пункты эшләй. Тиҙҙән ҡасаҡтар Салауат ҡалаһының ваҡытлыса пункттарына билдәләнәсәк.

Махсус рейс менән Өфөгә килеүсе кешеләрҙең йөҙөндә тулҡынланыу ҙа өмөт тә сағыла. Бар мөлкәтен, тыуған илен ҡалдырып, улар билдәһеҙлеккә килгән. Ҡасаҡтар араһында башлыса ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар, араларында мөмкинлектәре сикләнгәндәр, ололар ҙа бар. Өс бала әсәһе Светлана ирен, әсәһен, ағаһын ҡалдырып Өфөгә килгән. Сабыйҙары менән ҡатын яңы тормош башларға ниәтләй. Светлана Аршакян: «Халыҡҡа пенсия, пособие - бер нимә лә түләнмәй. Аҙыҡ-түлек, медикаменттар юҡ. Йәшәрлек түгел, балалар ғүмере өсөн ҡурҡыныс». "Сәләмәтлек шишмәһе" профилакторийы хеҙмәткәрҙәре ҡасаҡтарҙы яҡты сырай, йылы аш-һыу менән ҡаршылай. Алыҫ сәфәрҙән йонсоған юлсылар тыныс шарттарҙа ял итә, тамаҡ ялғай ала. Балалар ҙа үҙҙәрен хәүефһеҙ урында булыуҙарын тойғандай, йышыраҡ йылмая. 30 июлдә тағы ла 13 ҡасаҡ , улар араһында 8 бала, "Иркутск-Кисловодск" поезды менән Шишмә районына килгән. Күп балалы ғаиләләр райондың ваҡытлыса пункттарында йәшәй. Украина граждандары кейем-һалым, көнкүреш кәрәк- яраҡтары, ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин ителгән. Башҡортостан халҡы уларҙы йылы ҡабул итеүенә кешеләр рәхмәтле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡасаҡтар ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай. Уларҙың һәр береһе эш табырға, балаларын белем усаҡтарына урынлаштырырға, яңы тормош башларға хыяллана. Тыуған яҡтарында ваҡытһыҙ ҡупҡан низағ утынан ҡасып килеүселәр бөгөн мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм хатта йылы һүҙ менән ярҙам итергә теләүселәр ваҡытлыса пункттарға мөрәжәғәт итә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика