Бөгөн - халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө 01.06.2016

Был дата 1950 йылдан билдәләнә, уны үткәреү тәҡдимен  Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик федерацияһы күтәреп сыҡҡан.  Балаларҙы яҡлау көнө сағыу байрам ғына түгел, өлкәндәргә кескәйҙәрҙең  һәр ваҡыт яҡлау һәм ҡурсалауға мохтаж булыуы, улар өсөн  яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртеү көнө лә.  Балаларҙы яҡлау байрамы айҡанлы бөгөн республиканың  һәм баш ҡаланың барлыҡ райондарында ла кескәйҙәр өсөн  тамашалар ойошторола. Салауат Юлаев исемендәгә майҙан дә бөгөн кескәйҙәрҙең шат тауыштарына күмелде.

Сәхнәлә  моңло йырҙарҙы дәртле бейеүҙәр алмаштыра, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы балалар  сағыу  сығыштары менән һоҡландыра. «Тамыр» телеканалы  йыл һайын байрамға килеүселәрҙе бай йөкмәткеле программа  менән һөйөндөрә, быйыл да кескәй  сәхнә оҫталары тиҫтерҙәренә сағыу тамаша әҙерләнгән.      
Өлкәнерәктәргә  иһә сәхнә лә кәрәкмәй, улар  майҙан уртаһында  концерт ойоштороп ебргән. Бында  шулай уҡ спорт ярыштарында  үҙ көсөңдө һынап ҡараға ла, техник конкурстарҙа ҡатнашырға ла, ижади  һәләтеңде  күрһәтергә лә мөмкин.  
Малайҙар  күберәк  уйындар менән мауыҡһа, ҡыҙҙар ҡул эштәренә маһир булып сыҡты.   Улар  төрлө төҫтәге ептәрҙән   ҡурсаҡтар эшләне, сәскә-япраҡтарҙан гербарийҙар төҙөнө,  пластилиндан, тоҙло ҡамырҙан  сағыу фигуралар әүәләне.  Ошонда уҡ башҡорт халҡының боронғо кәсептәре менән танышырға ла мөмкин. Мәҫәлән,  Дим районының 75-се башҡорт балалар баҡсаһы  талҡан тартыу  серҙәрен өйрәтте.
Ә бына Ғабдрахмановтар ғаиләһе байрамға нәҫел  шәжәрәһен әҙерләп килгән, башҡорттар үҙҙәренең ете быуынын мотлаҡ белергә тейеш, ти улар.
Быйылғы байрамдан Өфө дәүләт циркы ла ситтә ҡалмаған.  5 июндә баш ҡалала «Совет циркы» тигән яңы программа башлана,  арена оҫталары тәүге сығышын бөгөнгө байрамда күрһәтте
Салауат Юлаев  майҙанында баш ҡаланың мәктәпкәсә  белем биреү учреждениеларынан һәм мәктәптәрҙән меңдәрсә бала ҡатнашты. Өфө ҡала хакимиәте етәкселәре әйтеүенсә, был дата йылдан-йыл киңерәк билдәләнә һәм матур бер йолаға әйләнеп бара.
Быйылғы  сарала  ижади майҙансыҡтарҙан тыш, психологтар үҙәге лә ойошторолдо. Сөнки кескәйҙәр күп осраҡта өлкәндәрҙең аңлауына, яҡлауына, ҡурсалауына ла мохтаж.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика