Бөгөн халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Бөгөн халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө 01.06.2015

Был дата 1950-се йылдан билдәләнә, уны  үткәреү тәҡдимен  Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик федерацияһы күтәреп сыҡҡан.  Балаларҙы яҡлау көнө сағыу байрам ғына түгел,   өлкәндәргә кескәйҙәрҙең   һәр ваҡыт яҡлау һәм ҡурсалауға мохтаж булыуы, улар өсөн  яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртеү көнө лә.  Балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы бөгөн республиканың  һәм баш ҡаланың барлыҡ райондарында ла кескәйҙәр өсөн  тамашалар ойошторолдо.

Сәхнәлә  моңло йырҙарҙы дәртле бейеүҙәр алмаштыра, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы балалар  сағыу  сығыштары менән һоҡландыра. «Тамыр» телеканалы  йыл һайын байрамға килеүселәрҙе бай йөкмәткеле программа  менән һөйөндөрә, быйыл да   күстәнәс мул, ике сәғәтлек музыкаль бүләк. Тамашасылар был юлы ла тамырҙарҙың һәр  сығышын  көслө алҡыштарға күмде.  
Балаларҙы  байрам менән тәбрикләргә Республика башлығы ла килде. Рөстәм Хәмитов  парктағы майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡты, 1-се һанлы музыка мәктәбе уҡыусылары  менән аралашты.  
Паркта Киров районы хакимиәте  22 майҙансыҡ ойошторған. Бында грек-рим, милли көрәш  майҙандарында үҙ көсөңдө һынап ҡарарға ла, ижади, техник конкурстарҙа ҡатнашырға ла мөмкин. Малайҙар күберәк  самолет моделдәре йыйыу менән мауыҡһа, ҡыҙҙар ҡул эштәренә маһир булып сыҡты. Улар  төрлө төҫтәге ептәрҙән   ҡурсаҡтар эшләне, сәскә-япраҡтарҙан гербарийҙар төҙөнө,  пластилиндан, тоҙло ҡамырҙан  сағыу фигуралар әүәләне.
Әҙәбиәт йылы айҡанлы майҙанда шиғыр һөйләүселәр конкурсы ла үтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, күптәр Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы темаһына мәрәжәғәт иткән.Ә бына  ике йәшлек Русалина  Агния Бартоның  шиғырын әҙерләгән, ҡыҙ әҙәби ярыштың иң йәш ҡатнашыусыһы.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө ярты быуаттан ашыу билдәләнеп килһә  лә ул беҙҙең тормошҡа  һуңғы йылдарҙа ғына ныҡлап үтеп инде. Был байрам  кескәйҙәрҙең өлкәндәрҙең яҡлауына, ҡурсалауына мохтаж булыуы хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөп, йәмғиәтте  битарафлыҡтан арынырға, мәрхәмәтле, иғтибарлы булырға саҡырып тора. Ленин паркындағы  байрам да барыһын да балалар  иленә алып инеп онотолмаҫлыҡ  тәьҫораттар бүләк итте.
Уттай ҡыҙҙырған ҡояш та  балаларға күңел асырға ҡамасауламаны. Кескәйҙәр йырланы-бейене, төрлө уйындарҙа ҡатнашты, спорт ярыштарында үҙ көсөн һынап ҡараны. Ҡыйыуыраҡтар фонтан аҫтында һыу  инеп тә алды.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку