Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл 10.12.2015

Республикабыҙ төбәктәрендә шәхестең тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған саралар үтә. Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала урынлашҡан таҡтаташҡа сәскәләр һалынды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, студенттар шәхестең тормошо һәм республикабыҙ тарихы хаҡында әңгәмә ҡорҙо.  

Әхмәтзәки Вәлиди үҙен тулыһынса  ғилемгә бағышлаған, тарихты төрлө яҡлап өйрәнергә ынтылған һирәк ғалимдарҙың береһе. 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Был әҫәрҙәр һаман да көнүҙәклеген юғалтмаған. Күп кенә тикшеренеүселәр уларҙы тарих һәм шәрҡиәт ғилеменең нигеҙ ташы, тип баһалай. Ғүмеренең күпселек өлөшөн сит илдә уҙғарырға тура килһә лә, Башҡортостанын онотмаған. Уның балаларына тыуған төйәгенә юл асылды. Иҫәнбикә Туған менән Сүбиҙәй йыш ҡына республикаға килеп китә. Улар менән октябрь айында Өфөлә үткән шәрҡиәтселәр форумында интервью яҙып алғайныҡ. Әңгәмәлә улар Башҡортостандағы үҙгәрештәр һәм шәрҡиәтселәр йыйынынан тәьҫораттары менән бүлеште.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика