Бөгөн - Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө 08.04.2015

1918 йылдың тап ошо көнөндә Халыҡ комиссарҙары советының «Хәрби эштәр буйынса волость, өйәҙ, губерния  һәм округ комиссариаттары булдырыу» тураһындағы декреты донъя күрә.

Совет власының тәүге йылдарында Рәсәйҙә 7 округ, 39 губерния, 385 өйәҙ һәм ете мең волос хәрби комиссариаты эшләй. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында хәрби комиссариаттар ил именлеген нығытыу, уның хәрби ҡеүәтен нығытыуға үҙ өлөшөн индерә.  Әлеге ваҡытта хәрби комиссариаттар урындағы үҙидара органдары менән берлектә Рәсәй Ҡораллы көстәренә саҡырыу, запастағы рядовойҙар һәм офицерҙарҙы, шулай уҡ район биләмәһендәге хәрби техниканы иҫәпкә ҡуйыу эшен ойоштороу менән бер рәттән, бик күп социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә ҡатнаша. Бурыстарҙың артыуына ҡарамаҫтан, Республика хәрби комиссариаты был мәсьәләләрҙе намыҫ менән үтәй - йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып бара, йәмәғәт ойошмалары, хәрби-патриотик клубтар, дин әһелдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика