Бөгөн иртәндән  үк Өфөнөң барлыҡ мәсет-мәхәлләләләренә лә  байрамса кейенгән мосолмандар ағылды 04.10.2014

Иман йорттары хатта ғәйет намаҙына килеүселәрҙең барыһын да һыйҙырып  бөтә алманы. Төп   байрам башҡаланың «Ләлә» мәсетендә үтте.  Башҡа мәсеттәрҙә лә халыҡ шығырым тулы ине. Мосолмандар   вәғәз тыңланы, хәйер-саҙаҡа таратты, байрам былауынан ауыҙ итте.

Ҡорбан байрамы  ҡояш  ҡалҡып бер сәғәткә яҡын ваҡыт үткәс намаҙ уҡыу менән башланып китте. Ләлә мәсете башҡалалағы иң ҙур иман йорттарынң береһе, ул 500-ләп урынға иҫәпләнгән, әммә бөгөн ул да килеүселәрҙең  барыһын һыйҙырып бөтә алманы.  Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикәләп, ҡорбан ғәйетенең  әһәмиәте,  мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында һөйләп үтте.
Ҡорбан ғәйете Өфөнөң башҡа мәсет-мәхәлләләрендә үтте.  Байрам ураҙа ғәйетенән һуң 70 көн үткәс билдәләнә.   Был  байрамдың тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Ибраһим пәйғәмбәр  олоғайғас ҡына  донъяға килгән берҙән-бер улын  алла ҡушыуы буйынса  ҡорбан ҡылырға була. Әммә әжәл сәғәте һуҡты тигәндә   хоҙай тәғәлә малайҙы һарыҡ менән алмаштыра.  ошо көндән алып был көн изге һанала.
Хәленән килгән һәр мосолманға был көндә ҡорбан салыу зарур. Ҡорбанҡға һыйыр, һарыҡ, кәзә  кеүек айырса тояҡлы хайуандар ярашлы. Мал зәғифләнгән булырға тейеш түгел. Эре  малды ете кеше исеменән, ваҡ малы фәҡәт бер кеше генә салдыра ала. Һарыҡты бөгөн мәсет ихатаһында алырға мөмкин ине, хаҡы уртаса 6 мең һум. Быйылдан малды  кеше күҙе алдында һуйырға ярамай, ҡорбан махсус биналарҙа салынды.  
Ҡорбан ите өс өлөшкә бүленә, уның берәүһе мохтаждарға, фәҡирҙәргә хәйер итеп таратыла, икесеһе яҡындарға, күрше-тирәгә  ашатыла, өсөнсө өлөштө үҙеҙә алып ҡалырға мөмкин. Байрамдың төп асылы ла шуға ҡайтып ҡала аллаһы тәғәләнең барлығын һәм берлеген таныу, изгелек ҡылыу,   башҡаларҙың хәленә инә белеү.
Был байрамды донъя мосолмандарынң күбеһе  Мәккәлә ҡаршылай.  Хаж ҡылыу ҙа ҡорбан салыу кеүек  мөмкинлеге булған һәр мөьмин мосолмандың   бурысы булып тора.
Ҡорбан ғәйете өс көн дауам итә. Байрам мәлендә яҡындарыңдың, күрше-тирәңдең хәлен белеү, зыярат ҡылыу, мәрхүмдәрҙең ҡәберен тәртипкә килтереү  изге ғәмәл тип һанала.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика