Бөгөн иртән Өфө районындағы һыу ятҡылыҡтарының береһенә  МИ-2 вертолеты ҡолап төштө 03.09.2014

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә ҡуйы томан сәбәпсе булыуы ихтимал.Ҡотҡарыусылар ҡатнашлығында үткән күнекмәләр сценарийына ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл урынында оператив штаб ойошторола. Уның хеҙмәткәрҙәренә бәләгә тарыусыларға ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, һыу аҫтында ятҡан һауа судноһын сығарыу бурысы ла ҡуйылды.

Алдан әҙерләнгән сценарий буйынса, иртәнге ҡуйы томан эсендә вертолет экипажы идара итеү һәләтен юғалта. Һөҙөмтәлә  һауа судноһы Өфө районындағы һыу ятҡылыҡтарының береһенә ҡолай. Фажиғә тураһындағы тәүге хәбәрҙе ҡотҡарыусыларға эргә-тирәләге ауылда йәшәүселәр еткерә. Улар шулай уҡ бейеклекте юғалта барған  экипаждан кешеләр һикереүен дә күрә.
Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды фажиғә урынында өс төркөмгә бүленеп эшләй. Берәүҙәр урман эсенән кешеләрҙе эҙләһә, икенселәре вертолеттың батҡан урынын асыҡлай. Бының өсөн отрядтың водолаздар хеҙмәте йәлеп ителә. Тап улар судно эсенән ике кешенең кәүҙәһен таба. Шул уҡ ваҡытта бейеклектән һикереүселәрҙең барыһы ла иҫән ҡала. Әммә уларға медицина ярҙамы талап ителә.
Бер үк ваҡытта ҡотҡарыусыларҙың бер төркөмө һыу өҫтөндә йәйелгән яғыулыҡты йыйыу менән шөғөлләнде. Ә был ваҡытта водолаздар вертолетты ярға сығарыу операцияһын башланы. Әйтергә кәрәк, ҡотҡарыусыларға 12 метр тәрәнлектә эшләргә тура килде. Шуға ҡарамаҫтан, улар тейешле ҡорамалдар һәм махсус  техника ярҙамында  һауа судноһын өҫкә күтәрә алды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең комплекслы күнегеүҙәре беренсе тапҡыр ойошторола. Әлбиттә, сценарий буйынса ҡаралған бындай фажиғәне бер ваҡытта ла күрергә яҙмаһын. Шулай ҙа бөгөнгө уҡыуҙар һөҙөмтәһе ҡотҡарыусыларҙың бәләгә тарыусыларға ярҙам итергә әҙер булыуҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика