Бөгөн иртән баш ҡалала 6 водитель бурыстары өсөн тимер атһыҙ ҡалды

Бөгөн иртән баш ҡалала 6 водитель бурыстары өсөн тимер атһыҙ ҡалды 24.05.2017

Суд приставтары юл инспекторҙары менән берлектә штраф, һалым һәм башҡа түләүҙәре булған водителдәрҙе асыҡлау буйынса рейд үткәрҙе. Эш һөҙөмтәлерәк барһын өсөн, хоҡуҡ һағында тороусылар  транспорт ағымы көслө юл участкаларын һайлай. Элегерәк бындай рейдтар шәмбе-йәкшәмбегә табан ғына үткәрелһә, хәҙер эш көндәрендә лә ойошторола.  

Илдар Ғилметдинов өсөн ғәҙәти эш көнө ярты юлда тамамланды. Бурыстарын тикшереү өсөн туҡтатылған автоһәүәҫкәрҙең үҙенең түләүҙәре юҡ. Әммә ул йөрөткән автомобилдең элекке хужаһының 20 мең  һумдан ашыу бурысы йыйылыуы асыҡланды. Һөҙөмтәлә машина бурыс ҡапланғансы арестҡа алынды.  
Илдар Ғилметдинов, водитель: «Бер нәмә лә аңламайым. Машинаны һатып алғас, документтарын үҙемә күсермәгәйнем әле. Бына нисек килеп сыҡты».
Приставтар әйтеүенсә, йыш ҡына водителдәр бурыстарын түләнеүгә һылтанып, транспортҡа арест һалыныуҙан ҡасырға тырыша.  Шул уҡ ваҡытта улар квитанцияларын күрһәтмәй. Был осраҡта приставтарға мобиль күҙәтеү программаһы ярҙамға килә. Йыл башынан  программа эшендә өҙөклөктәр булғаны юҡ, ти приставтар.
Ни бары ике сәғәт эсендә приставтар баш ҡалаға Дим биҫтәһе аша ингән урында ярты миллион һумға яҡын бурыс түләтеүгә документ тултырҙы.  Алты кеше автомобилһеҙ ҡалды. Бурыстар статистикаһы үҙгәрмәй - башлыса улар юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу өсөн һалынған штрафтар, һалым түләүҙәре  һәм алименттар.  Май айынан алып бындай рейдтар көн дә үткәрелә.
Идаралыҡ мәғлүмәттәре  буйынса, Башҡортостанда штраф, һалым, алимент һәм кредит бурыстарын түләмәүселәр һаны бер нисә меңдән ашыу. Ведомство алдында 70 миллиард һумдан ашыу аҡсаны түләтеү бурысы тора. Эш итеүҙә яңы алымдар индерелеүе һөҙөмтәһендә йыйымдар күпкә артҡан. Штрафтары хаҡында икеләнеүселәргә приставтар ведомствоһының сайтына инеп, бурыстары тураһында теүәл мәғлүмәт белә ала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика