Бөгөн илебеҙ мең йыллыҡ тарихлы, бай мираҫлы, үҙенең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрендә күп төрлө милләттәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе берләштергән Рәсәй көнөн билдәләй

Бөгөн илебеҙ мең йыллыҡ тарихлы, бай мираҫлы, үҙенең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрендә күп төрлө милләттәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе берләштергән Рәсәй көнөн билдәләй 12.06.2015

Илдең дәүләт суверинететы тураһындағы декларация ҡабул ителеүгә 25 йыл тулды.

Был байрам - яңы Рәсәйҙең тыуған көнө генә түгел, дәүләтселектең яңы баҫҡыс билгеһе лә. Рәсәй көнө Ватанын яратҡан, бөйөклөгө һәм именлеге хаҡында быуаттарҙан килгән халыҡтар берҙәмлеге традицияларын ҡәҙерләп һаҡлаған барлыҡ кешеләр өсөн дә әһәмиәтле. Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеп, Рәсәй Федерацияһы иҡтисадта баҙар мөнәсәбәттәре, сәйәси һәм ижтимағи тормошта демократик ҡиммәттәр урынлаштырыуға табан йөҙ тотто.  Илдә беренсе тапҡыр Рәсәй Федерацияһы гражданлығы булдырылды, сәйәси партияларға, ижтимағи ойошмаларға тигеҙ хоҡуҡи мөмкинлектәр гарантияланды. Башҡортостан иһә һәр ваҡыт Рәсәйҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Күп быуатлыҡ дуҫлыҡ һәм милләт-ара татыулыҡ менән ғорурлана ала. Республика быйыл июлдә абруйлы ШОС һәм БРИКС самиттарын ҡабул итә. Бындай шарттарҙа  илебеҙ өсөн яуаплылыҡ хисе, рухи бергәлекте тойоу, уртаҡ Ватаныбыҙҙы  тағы ла замансараҡ һәм ҡеүәтлерәк итергә ынтылыу берләштерә. Һис шикһеҙ, Рәсәй билдәләнгән курс менән бара, шулай ҙа әлеге ҡатлаулы юлда демократия һәм ысын федерализмдың ҡиммәттәрен раҫлау буйынса күп эштәр, ил күләмендә хәл итәһе мәсьәләләр  шаҡтай.  Тормош та шул йүнәлештә дауам итә, бындай байрамдар иһә халыҡты берләштерә, Рәсәйҙең ысын мәғәнәһендә демократияға ирешеүенә булышлыҡ, киләсәккә ныҡлы ышаныс уята.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку