Бөгөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы  Муса Гәрәев  исемендәге Өфө кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре Һамарҙа  үтәсәк «Хәтер парады»нда ҡатнаша 07.11.2016

Куйбышевта 1941 йылда 7 ноябрҙә  үткән хәрби парадты иҫкә алыуға бағышланған сараға  48 кадет  һайлап алынған. Парад  2011 йылдан бирле «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Һамар төбәк  бүлеге  башланғысы менән үткәрелеп килә. Мөһим ваҡиғаның 75 йыллығына арналған  парадта Волга буйы федераль округынан ветеран  һәм йәштәр, йәмәғәт ойошмалары, хәрби-патриотик клубтар, юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттары ҡатнаша.

Тарихи реконструкция «Тыл хеҙмәтсәндәре», «Халыҡтар дуҫлығы», «Ватан геройҙары» һәм башҡа тематикалар буйынса ойошторола.  Байрам тамашаһына махсус  видео һәм фотолар күргәҙмәһе  лә әҙерләнә. Тамаша Мәскәү янындағы көрәште тарихи тергеҙеү һәм салют менән тамамлана.  
Руслан Ғиззәтуллин, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе: «Парадҡа беҙҙең иң яҡшы кадеттар һайлап алынды. Улар хәрби әҙерлеген күрһәтәсәк. Сара ата-бабалар ҡаһарманлығын хөрмәт менән иҫкә алыуға, үҫеп килгән быуында патриотик рух тәрбиәләүгә йүнәлтелгән».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика