Бөгөн  игеҙәк ҡыҙҙарҙы һәләк иткән водителдең енәйәт эше буйынса суд ултырышы үтте 03.09.2014

Ҡот осҡос фажиғә былтыр 30 ноябрҙә  Инорс биҫтәһендә теркәлгәйне. Олатаһы менән ял итергә тип урамға сыҡҡан Яна менән Дана юғары тиҙлектә килгән етенсе модель Ваз автомобиле тәгәрмәстәре аҫтында ҡалды. Игеҙәктәрҙең авария урынында уҡ ғүмере өҙөлә. Олаталары ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылғайны. Ә водитель авария урынын ҡалдырып ҡасты. Ваҡиға буйынса тәфтишселәр етәрлек материал туплаған. Бөгөн суд шаһиттар күрһәтмәләрен тыңланы.

Суд ултырышы ябыҡ ишектәр артында үтте. Ғәйепләнеүсене лә полиция хеҙмәткәрҙәре камера обьективтарынан йәшереп тотто. Ултырыштар залында ғәйепләнеүсе һәм ҡыҙҙарҙың туғандары ғына. Сит кешеләрҙән тик шаһиттарҙы ғына индерҙеләр. Тап уларҙың күрһәтмәһенән ҡот осҡос аварияның быға тиклем билдәле булмаған ваҡлыҡтары асыҡланды.
Игеҙәк ҡыҙҙарҙың ғүмерен өҙгән авария былтыр 30 ноябрҙә Инорс биҫтәһендә теркәлгәйне.  Шәмбе дәрестәрҙән  һуң ҡыҙҙар ял көндәрен олатаһы менән өләсәһе янында үткәрергә була. Шул китеүҙән Яна менән Дана башҡа ҡайтмай.
Ксения Головина, игеҙәктәрҙең әсәһе: «Бәләкәй ҡыҙым менән беҙ өйҙә ҡалдыҡ. Шәмбе кис әсәйемдең шылтыратыуы һиҫкәндерҙе. Атайым дауаханала, ә ҡыҙҙарҙан хәбәр ала алмауы тураһында белдерҙе. Беҙ уларҙы эҙләй башланыҡ».
Кис ҡыҙҙар олаталары менән саф һауа һуларға сыға. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эргәһенә урынлаштырылған самолетты барып ҡарайҙар. Кире ҡайтышлай улар юғары тиҙлектә килгән етенсе модель ВАЗ автомобиле тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Балаларҙың ғүмерен өҙгән водитель ваҡиға урынын ташлап ҡаса. 47 йәшлек ирҙе бер көндән һуң полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алды.
Сергей Васильев, ҡулға алыныусы: «Шолохов исемендәге институт тирәһендә автомобилде уҙырға булдым. Йәйәүлеләрҙе абайламай ҡалдым. Уларҙың өҫтөнә барып менгәнмен. Ҡурҡышымдан ваҡиға урынын ҡалдырып ҡасып киттем».
Бөгөн ғәйепләнеүсе яҡ бөтөнләй икенсе хәбәр һөйләй. Йәнәһе лә балаларын етәкләгән ир үҙе юлға йүгереп сыҡҡан. Яҡлаусы адвокат ваҡиға урынында Ваз автомобиленән тыш сит ил машинаһы ла булыуын иҫбатларға тырыша. Уның һүҙҙәренсә, тап арттан килгән автомобиль ҡыҙҙарҙы үлемесле тапатҡан. Шаһиттар игеҙәктәр менән ирҙең юл уртаһында ҡуҙғалмай тороуҙарын һәм тапатыусы водителдең ҡаршы һыҙаттан барыуын билдәләй. Судҡа иһә был күрһәтмәләрҙе иҫәпкә алып тейешенсә ҡарар сығарырға ҡала.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика