Бөгөн Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә трамвай һәм троллейбустар  хәрәкәте тергеҙелде 31.05.2016

Быға Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында сыҡҡан  видеояҙма ла үҙ өлөшөн индерҙе.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙна башында баш ҡаланың электр транспорты муниципаль идаралығы бер нисә маршрутты туҡтатып торорға мәжбүр булғайны.  Атап әйткәндә , 8-се трамвай, шулай уҡ 4-се, 8-се, 10-сы, 15-се, 12-се һәм 16-сы троллейбус маршруттары рейсҡа сыҡманы.  Сәбәбе - энергетиктраҙың мунициппаль электр транспорты идаралығының бурыстары арҡаһында электр тогы биреүҙе сикләүендә. Һүҙ 100 миллион һум хаҡында бара.  Электр транспорты идаралығы етәксеһе быны инҡар итмәй, әммә компанияның проблемаларын хәл итеү өсөн бер ни тиклем ваҡыт  талап ителә.  Шул уҡ ваҡытта ябай граждандар был хәлдән зыян кеүрергә тейеш түгел.  Сөнки күптәр өсөн трамвай менән троллейбус берҙән-бер транспорт сараһы булып тора. Халыҡтың аһ-зарын ишетеп, электр тәьминәте компанияһы ҡарарын йомшартты.  
Асҡар Фазлыев, Өфөнөң муниципаль электр транспорты идаралығы генераль директоры: «Ҡатмарлыҡтар булһа ла, компания менән уртаҡ тел таптыҡ. Энергетиктар социаль яуаплылыҡ тойҙо. Киләсәктә бындай хәл ҡабатланмаҫ,  тип уйлайым. Сөнки үҙ-ара аңлашыусанлыҡ  тәү сиратта баш ҡала электр транспортының тотороҡло эшләүен тәьмин итеү һәм граждандарҙы социаль яҡлау өсөн мөһим шарт булып тора».    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика