Бөгөн Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге майҙанында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрам концерты үтте

Бөгөн Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге майҙанында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрам концерты үтте 04.11.2014

Бөгөн Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге майҙанында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрам концерты үтте. Тантанала меңләгән халыҡ - өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары күңел асты.

Салауат майҙанында башҡорт, татар, рус телдәрендә йырҙар яңғырай. Баш ҡаланың Киров районы хакимиәтенең үҙешмәкәр артистары тамашасылар өсөн бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләгән. Ойоштороусылар Башҡортостан һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнө тарихы буйынса ҡыҙыҡлы викторина ла уҙғарҙы.
Байрам көнөнөң һыуыҡ булыуы ла халыҡтың кәйефен боҙманы. Улар артистарға ҡушылып йырланы, бейене. Иң әүҙем тамашасылар театр һәм киноға билеттар менән бүләкләнде.
Бынан ете йыл элек 4 ноябрь Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө тип иғлан ителде. Байрам Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында ла киң билдәләнә. Тантаналарҙа халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлек һәм тыныслыҡ төшөнсәләре данлана.  
Байрам сиктәрендә «Беҙ бергә!» тип аталған флешмоб үткәрелде. Әгәр ҙә халыҡтар араһында берҙәмлек булһа, илдә лә тыныслыҡ буласаҡ, тигән фекер һалынған унда.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку