Бөгөн Өфөнөң Октябрь районында сираттағы рейд үтте 16.01.2015

Бөгөн Өфөнөң Октябрь районында йәмәғәт урындарының, йорт, сауҙа комплексы һәм ойошмалар эргәһендә  төҙөкләндереү һәм санитар ҡағиҙәләр үтәлеүҙе тикшереү буйынса сираттағы рейд үтте.

Был йөк машиналары ике-өс аҙна буйы юл ситендә тора. Ҡар өйөмдәре арҡаһында былай ҙа тарайып ҡалған юлда улар машиналар хәрәкәтенә ҡамасаулай. Рейдҡа сыҡҡан ҡала хакимиәте вәкиленең шылтыратыуына йөк автомобиле водителенең әллә ни иҫе китмәй. Ул ғына ла түгел, бер һүҙгә йөҙ яуабы әҙер. Дамир Ғәйнетдинов, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең йәмәғәт менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Автоһәүәҫкәрҙәр ҙә аңлаһындар ине. Улар машиналарын былай оҙаҡ ваҡытҡа юлда ҡалдырып китергә тейеш түгел». Һуңғы арала күпләп яуған ҡар ҡала урамдарын баҫты. Уны сығарып өлгөрә лә алмайҙар. Былай ҙа тығындарҙан ыҙалаған халыҡ кәрәк ергә сәғәттәр буйы барырға мәжбүр. Ә автоһәүәҫкәрҙәр туҡталҡаларҙың булмауынан еңел автомобилен үҙе менән йөкмәп бина эсенә алып инер сиккә етә. Предприятие, ойошма, сауҙа комплексы хужалары үҙҙәренә ҡараған майҙанды ҡарҙан таҙартырға ашығып бармай. Сауҙа комплексы хужаһы рейд үткәреүселәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алманы. Бына шундай аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында ябай халыҡ ыҙалай. Рафаил Нурисламов, Өфөнөң Октябрь районының санитар торошон күҙәтеү инспекторы: «Был осраҡта санкциялар һөҙөмтәле. Ҡағиҙә үтәмәү кеҫәгә һуға башлаһа, аңларҙар». Рейд үткәреүселәр тағы урамдағы алтаҡталарҙы тикшерҙе. Хаталар аҙым һайын. Шәхси кибеттәр һәм башҡаһы ҡалала көндән-көн арта, улар менән бергә хаталар ҙа күбәйә. Республикалағы терминология комиссияһы ун йыл буйы эшләп килһә лә, алтаҡта сығарып элеүҙә тулы демократия. Тәнзилә Тимербаева, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге белгесе: «Предприятие, сауҙа ойошмаларының хужалары алтаҡталарын ҡаланың дизайн үҙәге менән килешеп эшләмәй. Улар төрлө реклама эшләүселәрҙән генә яҙҙырып ала. Шуға алтаҡталар ныҡ хаталы килеп сыға». Баш ҡала урамдарындағы ҡағиҙәләр үтәлмәүе теркәлеп бара. Былтыр декабрҙә ошондай 160 протокол төҙөлгән, 238 мең һумға штраф һалынған. Ярты йылдан Өфөгә төрлө ҡитғаларҙан абруйлы ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Уға тиклем һис юғында хаталы алтаҡталарҙы алмаштырып өлгөрөргә кәрәк. Юғиһә, ҡала йөҙөн билдәләүсе яҙыуҙар икеле-өслөгә өлгәшкән уҡыусының дәфтәрен хәтерләтә. 

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика