Бөгөн Өфөнәң моторҙар эшләү берекмәһендә Башҡортостандың иң яҡшы токаре билдәләнде 05.05.2016

Эшсе һөнәрҙәр абруйын арттырыу өсөн уҙғарылған конкурста республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған станок оҫталары ҡатнашты. Улар алдан билдәләнгән һыҙма буйынса деталдәр етештереп күрһәтте.

Токарь станогы артында инде 20 йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, Руслан ҡоролмаға тәүгә тотонған кеүек тулҡынлана. Ул етештерергә тейеш деталь һәр ерҙә тиерлек ҡулланылған ябай штуцер, ләкин ярыш ҡағиҙәләренә ярашлы, уны тиҙ һәм шул уҡ ваҡытта сифатлы итеп эшләргә кәрәк. Шуға ла эш башлау бойороғо бирелгәнгә тиклем, ярышта ҡатнашыусылар станок менән танышып өлгөрөргә тырыша.
Һөнәри оҫталыҡ ярышы өсөн авиация тармағында ғына түгел, төрлө предприятиеларҙа эшләүсе токарҙәргә таныш деталь һайланды. Конкурсанттар  төрлө ойошмалар һәм ҡалаларҙан килгән, ләкин уларҙың бөтәһен дә юғары һөнәри оҫталыҡ берләштерә. Иң яҡшы токарь исеме өсөн 11 кеше көрәште, улар практик һәм теоретик белем буйынса һынау тотто. Баһалама комиссияһы иғтибарынан бер нәмә лә ситтә ҡалмай,  хатта токарҙәрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе лә тикшерелде. Конкурстың маҡсаты эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу.
Роман Калякулин, Башҡортостан авиация сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри берекмәһе рәйесе:
«Токарь һөнәре ихтыяж менән файҙалана. Уны һайлаусылар ҙа байтаҡ, ләкин предприятиеларҙа барыбер токарьҙәр етешмәй. Шуға ла йәштәргә эшсе һөнәрҙәрҙең дә абруйлы булыуын аңлатыу көн талабы».
Тәүге өс урынды яулаусылар өсөн аҡсалата премиялар ҡаралған. Өҫтәмә рәүештә иң тәжрибәле токарь профсоюз ойошмаһы бүләгенә лайыҡ булды. Ә бына иң яҡшы токарь тип танылып, беренселекте алған «Гидравлика» заводы хеҙмәткәре Константин Ширяев, республика данын июндә үтәсәк Рәсәй беренселегендә яҡлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика