Бөгөн Өфөнөң Ленин урамынан үтеүселәр күңелле тамашаның шаһитына әйләнде

Бөгөн   Өфөнөң Ленин урамынан үтеүселәр күңелле тамашаның шаһитына әйләнде 22.06.2015

Урам буйлап йөҙҙән ашыу матур итеп биҙәлгән коляскалар үтте. 7-се тапҡыр ойошторолған «Коляскалар парады» быйыл «Башҡортостан» концерт залынан башланып Яҡутов паркында концерт менән тамамланды.

Коляскалар парады ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамы. Тик сарала ата-әсәләр генә ҡатнашып ҡалмай. Ғаилә усағында йыйылыр өсөн баш ҡалаға төрлө тарафтарҙан олатай-өләсәйҙәр ҙә ашыҡҡан. Мәҫәлән Гөлнара Нәбиуллина Мәсетленән ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотларға һәм ейәненә «Беҙ банда» тигән иң күп ағзанан торған команда номинацияһында еңеү яулашырға килгән.
Гөлнара Нәбиуллина, ҡатнашыусы: «Ҡыҙым әйткәйне, «Әсәй әйҙә кил, ҡоҙалар ҙа була тигәс һис тә аптырап тормай баш ҡалаға юлландым. Бында шул тиклем күңелле, ойоштороусоларға ҙур рәхмәт әйтке килә...»
Ғәҙәттәгесә ҡатнашыусылар фантазияһы шаҡ ҡатыра. Коляскаларҙы әйтерһең дә билдәле мода йорттары етештергән. Пони, бәләкәй самолет, корап, Мәскәй әбей йорто-төрлөлөктән, матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Бөтә идеяларҙы ата-әсәләр үҙҙәре тормошҡа ашырған.
Юлиә Латипова, ҡатнашыусы: «Беҙ Парижға барып Эйфель башняһын күрергә хыялланабыҙ, шуға ла колясканы ошолай итеп биҙәргә булдыҡ. Идея минеке, эште тормош иптәшем башҡарҙы. Парадта икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ...»
Быйылғы кескәйҙәр транспорты парады сиктәрендә ҡала урамдары буйлап 100-ҙән ашыу үҙенсәлекле экипаж үтте. Улар араһында тәүге тапҡыр мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа ҡатнашты.  Улар «Халыҡ фронты» башланғысы менән сығыш яһаны.
Иң мөһиме мөмкинлектәре сикле балалар тиҫтерҙәре менән аралашты, яңы таныштар тапты. Был рәүешле ысынлап сиктәр юҡҡа сыҡты.
Парадта бәләкәстәр үҙҙәрен шулай уҡ алып барыусы йә хәбәрсе ролендә һынап ҡарай алды. Хеҙмәткәребеҙ Ева Василевская сарала телеканалдың яңылыҡтар студияһын һынландырған коляска  менән ҡатнашты.
Коляскалар парады йылдан-йыл төрлөләнә, матурая. Ҡатнашыусыларҙың оҫталығы арта, яңынан-яңы идеялар барлыҡҡа килә. Бөгөн мәҫәлән Ҡырмыҫҡалынан килгән Миңлеәхмәтовтар ижады бөтәһен дә хайран ҡалдырҙы. Ғаилә быйыл әҙәбиәт йылы икәнен иҫтә тотоп кинйәләренең коляскаһын Александр Пушкиндың әкиәте стилендә биҙәгән.
Луиза Миңлеәхмәтова, ҡатнашыусы: «Тормош иптәшем александр Пушкин, кесе улыбыҙ бесәй, урта малайыбыҙ Кащей, ҡыҙыбыҙ Русалка, ә мин Мәсекәй әбей. Конкурсҡа ай ярым алдан әҙерләнә башланыҡ, костюмдар тектек, колясканы биҙәнек. Шиғырҙар ҙа ятланыҡ!»
Әйткәндәй гран-приға тап ошо Лукоморье имәне лайыҡ булды. Еңеүселәр тағы ла 7 номинацияла билдәләнде. Улар араһында «Сиктәрһеҙ донъя», «Ҙур ғаилә», велосипедтар, спортсы балалар категориялары бар. Бөтә еңеүселәр ҙә яҡшы кәйефтән тыш иҫтәлекле бүләктәр алды.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку