Бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһендә ике кеше һыуға баты 25.03.2015

Боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлап ултырған ир ҡапыл боҙ ярылып һыу аҫтына китә, уға ярҙамға ашыҡҡан иптәше лә һыу ҡорбанына әйләнә. Бәхеткә, был ҡотҡарыусыларҙың сираттағы күнекмә сценарийы. Кеше урынына манекендар батты. Шуға ҡарамаҫтан, һыу аҫтына китеүселәрҙе эҙләү талаптары ысынбарлыҡҡа тап килде.

Йыһангир скафандерын хәтерләткән костюмды Антон Попов беренсе тапҡыр кейә. Белеме буйынса финанс өлкәһе белгесе, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, эшкә  алған һөнәре буйынса түгел, ә ҡотҡарыусы булып урынлаша. Водолаз эше теорияһын үткәндән һуң ул, бөгөн беренсе тапҡыр практик тәжрибә үтте.  
Алты метр тәрәнлектәге курсантты водолаз станцияһы аша күҙәтергә мөмкин. Видео-элемтә аша тейешле мәғлүмәт тиҙ арала хәбәр ителә. Был ҡоролма ярҙамында 60 метр тәрәнлеккә төшөргә, боҙло һыуҙа 6 сәғәткә яҡын йөрөргә мөмкин. Ә инде үҙен беренсе тапҡыр водолазсы булараҡ һынап ҡараусы өсөн ваҡыт 20 минуттан да артманы.
Антон Попов, ҡотҡарыусы: «Иң мөһиме нормативтарҙы белеп, теүәл үтәргә кәрәк. Минең өсөн бөгөнгө һынау  ауырлыҡ  тыуҙырманы. Һыу аҫтында ҡараңғылыҡ, бер нәмә лә күренмәй. Яуаплы һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырышам».
Ә инде бында тәжрибәле водолаздар һынау тота. Боҙ аҫтына киткән ике кешене,  һыу төбөнән ауыр әйберҙе сығарыуы уларға еңелдән бирелмәне. Ә ысынбарлыҡта унда  һыу төбөнә киткән ҡарғиҙәр ҙә булыуы мөмкин.
Бөгөнгө күнекмәләр сценарий буйынса, ә иртәгә ул ысынбарлыҡҡа тап килеүе лә ихтимал. Бер кем дә бәләнән ҡурсаланмаған. Яҙ боҙға башлыса балыҡсылар яҡын бара. Әлбиттә, ҡотҡарыусылар ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, әммә тәү сиратта хәүефһеҙлек  сараларын һәр кем үҙе күрергә тейеш.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика