Бөгөн Өфөлә Затон биҫтәһен төньяҡтан урап үткән трассаның икенсе йүнәлеше лә асылды 02.11.2015

Элек автомобилдәр бер юлдан ике йүнәлешкә йөрөһә, хәҙер хәрәкәт күпкә еңелләште.

Юл ғәҙәттәгесә, шарап ватыу йолаһы менән асылды. Хәрәкәтте тыйыусы билдәләр алынғас, юл хәрәкәте дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре трассала дежурлыҡ ойошторҙо. Яңы юлдың оҙонлоғо 9 саҡрым, киске ҡараңғыла ул яҡтыртыла. Бында шулай уҡ тиҙлекте теркәүсе видеоҡоролмалар ҙа ҡуйылған.  Яңы юл асылғас баш ҡалаға һәм кире йүнәлешкә өсөшәр һыҙат барлыҡҡа килде.
Затон биҫтәһен ҡала үҙәге менән тоташтырған трассала Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлә. Был юл тап ошо күперҙең дауамы булып тора. Бынан тыш, юл М7 трассаһына сыға. Быға тиклем иртәле- кисле  йыш ҡына барлыҡҡа килгән тығындарҙы 2016-сы йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ объект тулыһынса хәл итер тип күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика