Бөгөн Өфөлә йәштәр өсөн сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте

Бөгөн Өфөлә йәштәр өсөн сираттағы вакансиялар йәрминкәһе  үтте 29.09.2015

Унда меңгә яҡын  эш урыны тәҡдим ителде. Йәштәр баш ҡаланың мәшғүллек үҙәге тәҡдим иткән вакансиялар менән яҡындан танышты.  Сәнәғәт предприятиялары, нефть эшкәртеү, банк һәм сауҙа өлкәләренә ҡараған  өс тиҫтәнән ашыу эш биреүсе ойошма вәкиле  менән әңгәмәләште. Махсуслаштырылған  киләһе вакансиялар йәрминкәһе Октябрскийҙа уҙа.

Дарья Кирьянова, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү үҙәгенең  бүлек етәксеһе: «Ҙур райондарҙа эш эҙләүселәр был сараларға әүҙем йөрөй. Беҙ бындай йәрминкәне йыл дауамында үткәрәбеҙ. Юғары уҡыу йорттарына, эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә хәбәр итергә, гәзит-журналдарға мәғлүмәт бирергә тырышабыҙ. Шуға ла кешеләр әүҙем йөрөй».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку