Бөгөн Өфөлә йәштәр араһында экстремизды иҫкәртеүгә арналған республика форумы үтте

Бөгөн Өфөлә  йәштәр араһында экстремизды  иҫкәртеүгә арналған республика форумы үтте 22.10.2014

Министрлыҡ, ведомство белгестәре, дини конфессиялар вәкилдәре, йәштәр, милли ойошмалар  ағзалары толерантлыҡты нығытыу, милләт-ара низағтарға юл ҡуймау тураһында фекер алышты.  

Башҡортостанда  йыл һайын  күләмле акциялар, форумдар ойошторола.  Улар барыһы ла төрлө милләттәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен нығытыуға,  бер-береңдең йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт уятыуға йүнәлтелгән.  Форумда  билдәләнеүенсә, был йүнәлештәге  эшмәкәрлек киләсәктә лә дауам ителергә тейеш, йәштәрҙең  кире юлға баҫыуына юл ҡуйырға ярамай. Сөнки  дингә йәшеренеп йәш быуынды  экстремистик ағымдарға йәлеп итеүҙәре бар.  Йәмәғәтселек  диндең тик изгелеккә генә өндәүен аңларға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика