Бөгөн Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әнүәр Мөфтаховҡа йөҙ йәш тулды

Бөгөн Өфөлә  йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  Әнүәр Мөфтаховҡа йөҙ йәш тулды 03.04.2015

Күркәм юбилейы менән уны яҡындары, ҡала хакимиәте,  Дим районы ветерандары советы һәм уҡыусылар тәбрикләне.  Ветеранды ҡотлап ил президентынан да хат килгән.

Әнүәр Мифтахетдин улына  бөгөн йөҙ йәш. Ҡунаҡтар килеүгә  алдан әҙерләнгән. Һәр нәмәлә тәртип ярата  аҡһаҡал. Иң тәүгеләрҙән  булып уны ҡотларға Дим районының беренсе төр интернаты уҡыусылары килде. Балалар ветеранды күптән үҙ иткән. Әнүәр Мөфтахов  ҡартайҙым тип өйҙә ултыра торғандарҙан түгел. Һуғыш йылдары, күргәндәрен йәш быуынға еткереп ҡалырға тырыша .
Ҡыйғы районында тыуып үҫкән Әнүәр Мөфтахов Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында булған. Сталинградта, Мәскәүҙе обороналауҙа, Ленинградты блокаданан азат итеүҙә, Курск дуғаһында, Украинаны, Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша һәм Берлинға тиклем барып етә. Тәүҙә шофер булһа, һуңынан танк йөрөтә. Китеп барғанда снаряд төшөүҙән машина янып   үлемдән саҡ-саҡ ҡотолоп ҡалған саҡтар булды тип хәтерләй.   Башына һәм ҡулдарына яралана.   Фронттан әйләнеп ҡайтҡас илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаша. Заводта эшләй, Совет районы депутаты булып һайлана.  Йөҙ йыл ғүмер һә тигәнсе үтте лә китте тип шаярта.
Тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күскәс, яңғыҙлыҡты өнәмәгән уҙаман   туҡһаны тулғас икенсе тапҡыр өйләнгән.  Ҡатынының балаларын үҙенекеләй күреп ярата. Улар ветерандың төп таяныстары.
Әлфиә Ғәтиәтуллина: «Беҙҙең  үҙ атайыбыҙ кеүек. Ныҡ ярҙам итә. Һәр беребеҙҙең хәлен белеп тора. Бик тә ихлас кеше. Сирләп китһә беҙ уны ҡарайбыҙ. Әсәйебеҙ аранан китте инде. Уны кәләш итеп алам тип өс йыл күндерә алма йөрөнө тәүҙә».
Йәш сағында спорт менән шөғөлләнгән, тәмәкене ауыҙына ла алмаған. Башҡаларға өлгө күрһәтеп ҡала уртаһында баҡса ла үҫтергән.  
Йөҙ йәшлек юбилейы көндө Әнүәр Мөфтаховтың   фатирында ишек ябылмай ҙа. Кешеләргә кәрәк булыуыңды тойоп йәшәүҙән дә ҡыуаныслыһы юҡ ти ул. Шаулап- гөрләп ғүмер байрамын үткәргәндән һуң  тағы ла бер оло байрамды - Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә ветеран.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку