Бөгөн Өфөлә йәш инспекторҙар хәрәкәте отрядтарының «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» республика конкурсына йомғаҡ яһалды 24.05.2017

Ике көн дауамында барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса абсолют чемпион исеменә Ишембай ҡалаһының 12-се лицейы уҡыусылары лайыҡ булды. Малай-ҡыҙҙар конкурста юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл башҡарып юғары һөҙөмтәләргә иреште.

Еңеүселәр Ульяновск ҡалаһында 1-8 июндә үтәсәк Бөтә Рәсәй «Йәш инспекторҙар» слетында ҡатнашасаҡ. Улар Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ. «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» конкурсында ҡатнашыусы берәү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уҡыусыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Ике көн дауамында барған конкурста балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙә белемдәрен иҫбатланы. Ваҡиға урынында беренсе медицина ярҙамын күрһәтеүҙә, велосипедта йөрөү оҫталығын һәм махсус автоҡала биләмәһендә ҡаршылыҡтар аша үтә белеүҙә  белемдәрен һынаны. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе, юл ҡағиҙәләрен ата-әсәләр балаларына бәләкәйҙән үк өйрәтергә тейеш  тигән фекерҙә.
Динар Ғилметдинов, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе: «Ниндәйҙер сара үткәреп уға йомғаҡ яһау түгел, беҙҙең өсөн иң мөһиме балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлатыу. Сөнки уның кәрәге һәр кемгә билдәле. Күңелһеҙ статистик мәғлүмәттәр ҙә ошо хаҡта һөйләй. Уҡыу йылы аҙағында ошондай саралар  йыл һайын ойошторорола».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика