Бөгөн Өфөлә тәүге тапҡыр социаль хеҙмәттәр йәрминкәһе үтте 21.11.2016

Ғаиләгә һәм балаларға ярҙам күрһәтеү республика үҙәге тарафынан ойошторолған сараға килгән һәр кем юридик, психологик һәм башҡа йүнәлештәр буйынса бушлай консультация алды.

Мәғлүмәт-консультация үҙәге бүлмәһенән халыҡ төшкө сәғәттәрҙән алып өҙөлмәй. Бында улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Ошонда уҡ юрист, социаль хеҙмәткәр, психолог кеүек белгестәр ҙә эшләне. Һорауҙар төрлө. Ярҙам һорап башлыса күп балалы ғаиләләр мөрәжәғәт итте.
Йәрминкәлә шулай уҡ социаль ярҙамдың башҡа төрҙәре лә эшләне. Балалар һәләтен, уларҙың психологияһына төшөнөү өсөн ижади зона тәҡдим ителһә, ә бында иһә һәр кем үҙенең һаулығын тикшертә алды. Социаль ярҙам йәрминкәһе сиктәрендә Ҡала Советы депутаттары ла граждандарҙы ҡабул итте. Шәхси һорауҙарға ҡарағанда, киң ймәғәтселекте борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итеүселәр күберәк булды.
Вадим лукьянов, Өфө ҡала советы депутаты: «Халыҡ күбеһенсә торлаҡ-коммуналь хужалығы эшмәкәрлегенә бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Көрсөккә бәйле финанслау мәсьәләһе лә киҫкен тора. Ниндәй генә һорауҙар булмаһын, беҙ яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Һәр проблеманы хәл итеү яҡлыбыҙ».
Ғаиләгә һәм балаларға ярҙам күрһәтеү республика үҙәге ойошторған социаль хеҙмәттәр йәрминкәһе үҙ маҡсатына иреште тип әйтергә мөмкин. Ваканциялар йәрминкәһенән айырмалы, был сара тәүге тапҡыр ойошторолдо. Һәм дауамлы булмаҡсы, ти улар.
Социаль хеҙмәттәр йәрминкәһе бөгөн ҡаланың Совет районы граждандарын ҡабул итһә, алдағы көндәрҙә сараның республика кимәленә сығыуы көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика