Бөгөн Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Шәйехзада Бабич исемендәге премиялар тапшырылды 09.10.2015

Журналистар премияһы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген баһалау маҡсатында булдырылған. Ул айырым авторға йә иһә авторҙар коллективына йылдың иң яҡшы журналистик әҫәре өсөн тапшырыла. Ә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә айырым  ҡаҙаныштары булғандарға бирелә. Быйыл махсус комиссия 30 эште баһалап, ике ижадсыны һәм бер коллективты лауреат тип билдәләне.

Айгиз Баймөхәмәтов күптәргә «Ҡалдырма, әсәй!» тип аталған повесы аша яҡшы таныш. Был әҫәрҙә тасуирланған ваҡиғалар авторҙың яҙмышына бәйле. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең ауыр тормошо һүрәтләнгән унда. Тап ошо әҫәрен йәш яҙыусы Шәйехзада Бабич премияһына тәҡдим итә.
Бөгөн премия лауреаты тип баһаланыуына ҡәләм оҫтаһы ҡыуанып бөтә алмай.
Был бәләкәй  ҡара сумаҙанды Артур Нәзиуллин һәр саҡ үҙе менән йөрөтә. Унда артистың иң мөһим ҡоралы кларнет һалынған. Тантанала музыкант ҡунаҡтарға башҡорт көйөн уйнап күрһәтте.
Премия бер ижади коллективҡа ла тапшырылды. Рәссам Вера Фролова менән Айгөл Ишбирҙина комиссия ағзаларына ике йыл бергәләшеп төшөргән эштәрен тәҡдим иткән.
Бөгөн был залда икеләтә байрам. Шәйехзада Бабич исемендәге премия менән бер рәттән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы тапшырылды. Комиссия ағзалары район журналистарына өҫтөнлөк биргән. Абруйлы наградаға  Башҡортостан һәм яҡташтар тураһында материалдар шәлкеме өсөн «Труд» гәзитенең бүлек мөхәррире Гүзәл Агишева, публицистик мәҡәләләре өсөн Белорет мәғлүмәт үҙәгенең «Урал» гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Мусина, «Улар Тыуған иле өсөн көрәште», «Тыуған ил ҡайҙан башлана...», «Спорт - көсһөҙҙәр өсөн түгел» фотоһүрәттәр шәлкеме өсөн Стәрлетамаҡ районының «Ауыл тормошо» гәзите фотохәбәрсеһе Юрий Нестеренко лайыҡ булды.
Тантананан сығыуға лауреаттарҙы журналистар уратып алды. Улар иҫтәлеккә фотоға төштө, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Йыл һайын был премиялар Республика көнө алдынан бирелә. Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына бөгөн 119 йыл. Республика матбуғат хеҙмәткәрҙәре ошо уңайҙан оло шәхесте иҫкә алып, баш ҡалалағы һәйкәленә ҡәнәфер сәскәләре лә һалды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика