Бөгөн Өфөлә сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Бөгөн Өфөлә сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 31.10.2016

Йыл һайын октябрь аҙағында Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә хәтер саралары үтә.  Был көндә күптәр сәйәси золомдарҙан ҡаза күргән туғандарын, яҡындарын, милләттәштәрен һыҙланыу менән иҫкә ала.  

Һәр йылдағыса Еңеүҙең 50 йыллығы скверына байтаҡ халыҡ йыйылды. Уларҙың күбеһе үҙҙәре менән  яҡын кешеләренең фотоһүрәттәрен, киң мәғлүмәт саралында баҫылған мәҡәләләр алған. Осрашыуҙа дини конфессия һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, әле беҙҙең илдә 800 меңдән ашыу кеше репрессиянан зыян күргәндәр исемлегендә. Улар араһында шулай уҡ сәйәси золом ҡорбандарының вариҫтары ла бар. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, уларҙың 725 меңе атып үлтерелә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика