Бөгөн Өфөлә Рәсәй дәүләт автомобиль транспорты һәм юл хужалығын күҙәтеү идаралығы етәкселәренең кәңәшмәһе үтте 13.08.2014

Юлдарҙағы хәүефһеҙлек көнүҙәк мәсьәлә, тип билдәләне кәңәшмәне асып Рөстәм Хәмитов. Республика етәксеһе билдәләүенсә, күп авариялар пассажир ташыуға рөхсәте  булмаған водителдәр арҡаһында теркәлә, бындай автомобилдәр ғәҙәттә хәүефһеҙлек талаптарына  яуап бирмәй. Мартта Архангель районында булған юл-транспорт фажиғәһе быға асыҡ миҫал. Һәләкәткә тарыған микроавтобуста хатта, хәүефһеҙлек ҡайыштары ла булмай сыға, йөк автомобиле менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә 7 кешенең ғүмере өҙөлә. Бынан тыш, лицензияһыҙ эшләүселәр бюджетҡа ла зыян килтерә, йыл һайын бер ниндәй һалым түләмәүсе водителдәр арҡаһында республика ҡаҙнаһына 3 миллиардҡа тиклем аҡса килеп етмәй.

Белгестәр билдәләүенсә, пассажирҙар ташыу баҙары бик һығылмалы, закон базаһы, талаптар үҙгәреүенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яраҡлаша. Шуға күрә лә тармаҡты тәртипкә килтереү өсөн юл хәүефһеҙлеге хеҙмәттәре, ҡала етәкселеге һәм башҡа ведомстволарҙың берҙәм эшләүе мөһим. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Өфөлә пассажирҙар ташыу өсөн 100 кешегә тиклем һыйҙырышлы автобустар ҡулланыу ҡарар ителгән. Уларҙы һатып алыу өсөн тендер иғлан ителгән. Шулай уҡ пассажирҙар  ташыу  тармағына эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеүҙе  ябайлаштырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай ҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһе иң мөһим мәсьәлә булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика