Бөгөн Өфөлә хеҙмәт вакансиялары йәрминкәһе үтте

Бөгөн Өфөлә хеҙмәт вакансиялары йәрминкәһе үтте 22.04.2015

Баш ҡаланың  йәштәрҙе эшкә урынлаштырырға булышлыҡ итеүсе үҙәге менән Калинин районы хакимиәте берлектә ойошторған сараға утыҙҙан ашыу предприятие, тиҫтәгә яҡын  махсус уҡыу йорттары вәкилдәре килде.

Эшенән ҡыҫҡартылыусылар, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле еңелерәк һөнәр эҙләүселәр, офис-менеджеры, иҡтисадсы булырға теләүселәр...  Киләсәк һөнәре тураһында хәҙерҙән уйланыусылар урта һәм махсус уҡыу йорттары урынлашҡан өҫтәлдәр янында. Кешеләр төрлө булған кеүек, эҙләгән  һөнәргә лә талап үҙенсәлекле.  
Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж бөгөн бер кемде лә аптыратмай. Әммә беҙ мөрәжәғәт иткән егет- ҡыҙҙар киләсәк яҙмышын ҡара эш менән бәйләргә ашҡынмай. Эшсе һөнәрҙәргә килеү өсөн ике төп сәбәпте: эш хаҡының  теләгәндән күпкә түбән булыуын  һәм һөнәр хаҡында мәғлүмәт наҡыҫлығын атаны. Беҙҙең иғтибарҙы башына битлек кейгән егет йәлеп итте. Ул һөнәрселек училищеһын  тамамлау алдында. Буласаҡ һөнәре - ювилер.
Рәмил Сәғәҙәтов, 155-се һөнәрселек училищеһы уҡыусыһы: «Мин бик кәрәкле һәм һирәк һөнәр ювелирға уҡыным. Быйыл тамамлайым. Ювелир ул балта оҫтаһы ла, столяр, фрезеровщик, шымартыусы ла. Ул тиҫтәләгән һөнәрҙе берләштерә. Беҙгә  уҡырға килеүсе йәштәр отолмаясаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку