Бөгөн Өфөлә «Хеҙмәт кешеһе» эшсе һөнәрҙәр фестивале асылды 25.11.2015

Һөнәри белем биреү учреждениелары һәм предприятиелар бер майҙанда эшсе профессияларҙың ыңғай яҡтарын күрһәтте, тармаҡҡа йәштәрҙе ылыҡтырыу өҫтөндә эшләне. Егеттәр һәм ҡыҙҙар күргәҙмәләр менән танышты. Йәштәр араһында эшсе һөнәрҙе һайларға теләүселәр ҙә байтаҡ.

Төҙөлөш тармағы йылдан-йыл яңы алымдар һәм технологиялар менән тулылана. Уларҙы тик парта артында ғына өйрәнеп бөтөп булмай, практика ла кәрәк. Шуға ла эшсе фестивалгә килгән Айгиз оҙаҡ уйлап тормай ҡулына инструмент ала. Егет әле колледж студенты, станоксы һөнәрен үҙләштерә. Киләсәктә архитектор булырға уйлай.
Күренеүенсә, егет киләсәктә станок артына баҫыу мөмкинлеген инҡар итмәй, ләкин барыбер юғары белемгә ынтыла. Был аңлашыла, сөнки әле йәмғиәттә университет тамамламайынса яҡшы эш табып булмай тигән ҡараш йәшәп килә. «Хеҙмәт кешеһе» фестиваленең маҡсаты был хата фекерҙе бөтөрөү. Статистика ла әле эшсе һөнәр эйәләренә ихтыяж күп булыуын күрһәтә.
Фестиваль 9-сы,10-сы синыф уҡыусыларының әле киләсәктә кем булырын хәл итмәгәнен дә күрһәтте. Заманалар үҙгәреп тора, бер кем дә квалификация алып аҙаҡ эшһеҙ ултырырға теләмәй. Башта төплө итеп уйларға кәрәк, шуға ашығырға теләмәүсе йәштәрҙе аңлап була. Уларға дөрөҫ юл һайлауҙа булышырға ла әҙерҙәр, бында профориентация үтеп була, белгестәр ҙә кәңәш бирә. Төп баҫым эшсе һөнәр эйәләренә яһала.     
Бының өсөн мөмкинлектәр бар. Фестивалгә килгән йәштәр киләсәктә ташсы, станоксы йә төҙөүсе булыуҙан баш тартмай. Бары тик был һөнәр менән дә лайыҡлы йәшәп булһын ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика