Бөгөн Өфөлә «Халыҡ фронты» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты 15.10.2014

Ултырышта  төбәк кабель телерадио ойошмаларының заман шарттарындағы йәшәйеше хаҡында һүҙ барҙы.

Бөгөн республикала 11 төбәк телекомпанияһы эшләй. Улар Башҡортостан халҡын урындағы яңылыҡтар менән таныштыра, милли тел үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып халыҡтың тормошо, мәҙәниәте, тарихы тураһындағы тапшырыуҙар әҙерләп күрһәтә. Әммә һуңғы арала кабель операторҙары төбәк каналдарына селтәргә сығыу өсөн хаҡтарҙы арттырыу сәбәпле, уларға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Ултырышта билдәләнеүенсә, төбәк каналдары халыҡтың социаль-мәҙәни үҫешенә ҙур йоғонто яһай, рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә. Шуға күрә уларҙы һаҡлап ҡалыу бурысы тора. Кабель операторҙары, төбәк телеканалдары, халыҡ фронты вәкилдәре, монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа төбәк каналдары дәүләт тарафынан яҡланырға тейеш тигән фекер яңғыраны. Уларға кабель операторҙарына түләүҙә ташламалар булдырыу тураһында тәҡдимдәр индерелде.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика