Бөгөн Өфөлә  күреү һәләте буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр  араһында беренсе «Уңайлы мөхит- асыҡ донъя» конкурсы  үтте 26.03.2016

Республика төбәктәренән биш команда ҡатнашҡан фестивалдә улар  ете төрлө һынау үтте. Брайль шрифты менән яҙыу, уҡыу, төрлө һорауҙарға яуап биреү, компьютер ҡулланыу һәм башҡа шарттар күреү һәләте насар булғандарҙы йәмғиәткә яраҡлашыуына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Һәр һынау ун балл менән баһаланды. Конкурсанттарға ярҙамға Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла килде. Республикала тәүге тапҡыр ойошторолған сарала һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәргә йәмғиәттә ыңғай ҡараш булдырыу, йәшәү шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе лә  күтәрелде.    
Светлана Мусина, конкурста ҡатнашыусы: «Мин үҙем йырҙар яҙам. Балалар музыка мәктәбендә уҡытам, республика һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашҡаным бар. Беҙҙең командала мин светофорҙың йәшел төҫө. Был өмөт менән, яҡшы кәйефтә йәшәүҙе аңлата».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика