Бөгөн Өфөлә Ислам мәғарифын үҫтереүгә арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция тамамлана

Бөгөн Өфөлә  Ислам мәғарифын үҫтереүгә арналған  халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция тамамлана 23.10.2015

Уның эшендә  донъяның төрлө ҡитғаларынан, илдең төрлө төбкәтәренән дин әһелдәре, билдәле ғалимдар ҡатнашты.

Форумда  һүҙ  ислам тәғлмәттәрен өйрәтеүҙә берҙәм концепция булдырыу хаҡында ла һүҫ барҙы. Был эшкә билдәле уҡыу йорттарын йәлеп итеү ҡарала. Исемлектә Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Санк-Петербург дәүләт университеты менән бер рәттән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла  бар. Һуңғыһында был эш яйға һалынған да инде. Университет тәүҙә дини ҡанундарҙы өйрәтеүселәр өсөн методик ҡулланмалар,  уҡытыусылар әҙерләү меән  шөғөлләнһә,  хәҙер ислам буйынса ғилми эшмкәрлекте лә яйға һалырға ниәтләй, шулай уҡ төрлө йәштәгеләр өсөн махсус дәреслектәр әҙерләү бурысы ла тора. Уҡыу йорто был бурысты атҡарып сығырына ышана, сөнки тәжрибә етерлек.
Быйыл конференцияла тәүге тапҡыр  ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым секция эшләй, унда  гүзәл заттарҙың балаларҙы тәрбиәләүҙәге роле хаҡында ла һүҙ бара.  Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был бик мөһим, сөнки дөрөҫ тәрбиәгә нигеҙҙҙе тап әсәйҙәр һала. Иман ғаиләнән башланырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку