Бөгөн Өфөлә ике көн дауамында барған Бөтә Рәсәй фән фестивале тамамланды

Бөгөн Өфөлә ике көн дауамында барған Бөтә Рәсәй фән фестивале тамамланды 13.09.2014

Күләмле сара баш ҡаланың 11 нөктәһендә, төрлө уҡыу йорттары, предприятиеларында уҙғарылды.

Бөгөн фән менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусылар донъя кимәлендә билдәле Рәсәй астрофизигы Сергей Попов менән осрашты. Ғалим  балаларға донъялағы һуңғы иң ҡыҙыҡлы 7 асыш тураһында һөйләне, Йыһан киңлектәре серҙәре менән бүлеште.  Үҫмерҙәр асыҡ һөйләшеүҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән  ҡатнашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Сергей Попов, астрофизик: «Бөгөн донъяла көн һайын ниндәйҙер асыштар, ғилми хеҙмәттәр эшләнә. Уларҙың барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел. Бөгөнгө сығыштың маҡсаты  уҡыусыларҙа теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу ғына түгел, ә уларҙы уратып алған донъя серҙәре менән таныштырыу».  
Фестиваль барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар һуңғы техник асыштар менән танышты, тиҫтерҙәре уйлап сығарған робот моделдәрен  үҙ күҙҙәре менән күрҙе, тотоп ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Бының өсөн фәндәр академияһы бинаһында күргәҙмә ойошторолдо.  Йыл да уҙғарылған фестивалдә быйыл  2 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.  
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку