Бөгөн Өфөлә фонтандар эшләй башланы 01.05.2015

Ошо уңайҙан һәр майҙанда байрам сараһы ойошторолдо. Иң күп халыҡ йыйылға урын әлбиттә, Салауат Юлаев майҙаны. Конгресс холл эргәһендәге фонтан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының симфоник оркестры көйҙәре яҫтында урғылды. Театрлаштырылған тамаша, күргәҙмәләр ойошторолдо.

Шатлыҡлы ауаздар, ҡайнар алҡыштар аҫтында фонтандың беренсе тамсылары күккә атыла. Ленин исемендәге паркта был иҫтәлекле мәлде күрергә килеүселәрҙең күбеһе балалар. Йыл һайын был фонтандар бәләкәстәр өсөн тамаша менән асыла. Был юлы тамашасылар алдында ҡаланың үҫмерҙәр һәм балалар клубтарында шөғөлләнеүсе балалар сығыш яһаны.
Ленин исемендәге паркта фонтандар быйыл сәғәт икенән киске һигеҙгә тиклем эшләйәсәк. Элеккенән ике сәғәткә кәмерәк. Был финанслауға бәйле тип аңлаттылар. Ҡаланы йәшелләндереү хужалығына ҡараған ун өс фонтан өсөн быйылғы миҙгелдә ун ете миллион һум аҡса бүленгән. Фонтандар төҙөкләндерелгән, яңы һыу һурғыстар һатып алынған.
Байрам кәйефе оҙаҡҡа һаҡланһын өсөн һаҡсыл ҡараш талап ителә. Әҙәбиәт йылы айҡанлы Салауат Юлаев майҙанында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы студенттары «Тормош китабы» тигән тамаша ҡуйҙы. Шулай уҡ уҡыу йортоноң симфоник оркестры уйнаған көйҙәр байрамға йәм өҫтәне. Ҡаланың төп фонтаны көндөҙгө ун икенән киске сәғәт унға тиклем асыҡ.
Майҙанда «Оҫталар ҡалаһы» күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Беренсе май байрамы йылдан-йыл яңы төҫ ала. Ә өлкән быуын күңелендә Совет заманындағыһы иң яҡшы хәтирәләр булып һаҡлана.
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы баш ҡалала ошондай яҡшы кәйеф менән башланды. Өфөлә утыҙҙан ашыу фонтан иҫәпләнә, уларҙың бөтәһе лә эшләй. Тимәк, эҫе көндәрҙә улар һауаны дымландырып, ҡалаға матурлыҡ өҫтәйәсәк.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика