Бөгөн Өфөлә «Дан аллеяһы»на 600 төп ағас үҫентеһе ултыртылды

Бөгөн Өфөлә «Дан аллеяһы»на  600 төп ағас үҫентеһе  ултыртылды 06.05.2017

Шәмбе иртәһендә көндөң һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, ағас ултыртырға  кеше күп ағылды. Өфө - Дан аллеяһын ултыртыу буйынса үткәрелгән Интернет тауыш биреүҙә  ҙур ҡалалар араһында бишенсе урын алды. Бәйге шарттары буйынса, иң күп тауыш йыйған 15 ҡалала Бөйөк Еңеү көнө уңайынан 9  мең төп ағас ултыртыла. Ҡалалар өс категорияға бүленде - ҙур, уртаса һәм ваҡтар ярышты. Миллионлы ҡалалар араһында беренсе урынды Мәскәү алды, икенселә- Санкт-Петербург, артабан Ҡазан, Тольятти һәм Өфө.

Баш ҡалабыҙ 60 меңдән ашыу тауыш йыйҙы. Изге эштә ҡатнашырға сәйәсмәндәр, ойошма хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр,үҫмерҙәр килде. Өфөлә  Еңеүҙең 50-йыллығы скверында  саған, сауыр, артыш ҡыуаҡтары үҫәсәк. Акцияны  Рәсәйҙәге ҙур питомниктарҙың береһе  ойошторған. Үҫентеләр акция еңеүселәренә бушлай бирелә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика