Бөгөн Өфөлә бер кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған

Бөгөн Өфөлә бер кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған 13.01.2015

Билдәле булыуынса, ул  күперҙән һикергән. Әле фажиғә сәбәптәре һәм уның шәхесе асыҡлана. Кешеләрҙе суицидҡа нимә этәрә, унан ҡотолоу юлдары бармы?

Марияның ҡыҙы яман шеш менән ауырый. Йәшәү мәғәнәһенең үлемесле сиргә юлығыуы ҡатынды өмөтһөҙлөккә килтерә. Яҡты донъянан китергә йыйынғанда уны ҡотҡарып алып ҡалалар. Яҙмыш һынауын күтәрә алмай башын элмәккә тығыусылар кәмемәй. Ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡ, көйһөҙ мөнәсәбәттәр, бәхетһеҙ мөхәббәт... Суицидҡа килтереүсе сәбәптәр күп төрлө, ти белгестәр. Илгиз Тимербулатов, республика клиник психотерапия үҙәге баш табибы: «Бөтәһе лә яҙмыш ҡулында һәм аҙ ғына үҙемдән тора тип уйлап хаталаныу бар. Бөтә нәмә лә кешенең үҙенән тора, ә ҡалғаны уны уратып алған донъянан. Яҙмышта ниндәй генә ауырлыҡтар килмәһен, уларҙы үткәрә белергә өйрәнергә кәрәк». Үткәрә белергә өйрәнергә һәм өйрәтергә кәрәктер иң тәүҙә. Үҫмерҙәр, йәштәр араһында суицид осраҡтары күбәйеүе хафаға һала. Благовещен районы Ильина Поляна ауылында ир-егеттәр, бигерәк тә ғаилә башлыҡтары үҙе теләп донъянан китеү осраҡтары йышайған. Ә барыһын да шаҡ ҡатырғаны - йәштәрҙең үҙенә ҡул һалыуы.18 йәшлек егет армиянан ҡайтып институтҡа ингән, уҡыуҙа яҡшы өлгәшкән. Тормошо яңы ғына башланған егеттең үҙе теләп донъянан ваз кисеүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл, ти яҡындары . Флүр Гәрәев: «Минең балам менән ошондай хәл килеп сығыр тип уйлап та бирмәнек. Бер ниндәй ҙә сәбәп тә юҡ һымаҡ. Ауылға каникулға ҡайтҡайны. Бер нәмәнән дә мәхрүм түгел ине». Ә бер аҙнанан уның синыфташы ла ошондай юл менән баҡыйлыҡҡа күсә. Суицидтың 70 проценты эскелеккә бәйле. Спритлы эсемлектәр халыҡты теләһә ниндәй һуғыштарҙан да аяуһыҙыраҡ ҡыра. Статистикаға күҙ һалғанда, суицидтың иң түбән осоро- уҙған быуаттың 85-87-се йылдары. Кешеләрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары ул ваҡытта ҡырҡ процентҡа кәмегән. Был - илдә ҡоро закон индерелеүгә бәйле. Ә артабан инде 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас донъянан ваз кисеүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Рәсәйҙә суицид күрһәткесе юғары. Былтыр ун ай эсендә генә республикала 1165 кеше үҙенә ҡул һалған. Уларҙың күбеһе утыҙ йәш тирәһендәге ир-егеттәр. Йәшәүҙән туйыусыларҙың күбеһе ауыл еренә тура килә. Кеше үлтереү енәйәт, уның өсөн закон тарафынан яза ла бар. Енәйәтсе кешене, ә үҙ-үҙен үлтереүсе кешелекте үлтерә, тигән бер аҡыл эйәһе. Ул иң ҙур гонаһ һанала. Юҡҡа ғынамы элек ундайҙарҙы зыяраттан ситтә ерләгәндәр. Тәне ауыртҡанда кеше табипҡа күренә. Ә бына йән тынғылыҡ тапмағанда белгескә мөрәжәғәт итеү һирәк. Ә кеше ошо ике нәмә сәләмәт булғанда ғына үҙен ышаныслы тоя. Белгестәр билдәләүенсә, үҫмерҙәр, йәштәр бындай аҙымды ҡыҙыулыҡ менән эшләй, ә ололар алдан әҙерләнә. Нисек кенә булмаһын, үҙенә ҡул һалыусы тәүҙә күңел көсөргәнешлеге кисерә. Өмөтһөҙлөккә бирелеүсене күреп ваҡытында ярҙам күрһәтеү - уның ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Республикала ошондай хеҙмәт күрһәтеүсе психологик үҙәктәр эшләп килә. Үҙәк белгестәре тормош ауырлыҡтары алдында аптырап ҡалыусыларға ышаныс телефонын йыйырға саҡыра: 8 800 7000 183. Әммә бындай үҙәктәргә лә кеше һуңғы сиккә еткәс мөрәжәғәт итә. Теге донъяға атлығып тороу булмаһын өсөн йәмғиәт, илдең социаль хәле яҡшы булырға тейеш. Йәшәүҙең асылын аңламай тормош һынауҙарына бирешеп үлем ҡосағына ташланыу осраҡтары кешеләрҙең рухи көсһөҙлөгөмө... Теүәл генә яуап бирерлек түгел. Сөнки уны был донъянан киткән кеше үҙе менән алып китә. Яҡты донъяға килеү-үҙе үк еңеү бит, шуны аңлап йәшәһен ине кешеләр. 

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку