Бөгөн Өфөлә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына яңы автобустар тапшырыу тантанаһы үтте

Бөгөн Өфөлә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына яңы автобустар тапшырыу тантанаһы үтте 30.04.2016

Газ яғыулығында эшләгән 29 «НефАЗ» федераль инвестиция программаһы сиктәрендә бюджет аҡсаһына һатып алынған. Был төр транспорт ҡаланың экологик хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Яңы автобустарҙа пассажирҙар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған.  

Май байрамдары «Башавтотранс»  предприятиеһы  өсөн  икеләтә  байрам алып килде.  Автопарк 29 яңы автобус менән тулылыланды. Улар бөтәһе лә газ яғыулығында эшләй.
Азат Кәлимуллин, Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «2018 йылға ҡалалағы йәмәғәт транспортының 80 процентын газ яғыулығында йөрөүсе автобустар тәшкил итергә тейеш.  Беҙ  программаны үтәйбеҙ. Былтыр метан менән эшләүсе 30, пропанда эшләүсе 100  автобус һатып алдыҡ. Быйыл республика хөкүмәте 100 миллион һум аҡса бүлде, федераль  ҡаҙнанан 322 миллион һум килде. Был  ҡаланың экологик торошон яҡшыртыуға ярайһы  ҙур этәргес».
Газ, дизель яғыулығына ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ, пассажир ташыусы 2 тапҡырға кәмерәк аҡса түгәсәк. «НефАЗдар» техниканың һуңғы ҡаҙанышы буйынса эшләнгән,  пассажирҙарҙың уңайлығы өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар.  Салон иркен, таҙа.Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә  масус урындар бар, автобусҡа инеү ҙә ҡаршылыҡтар тыуҙырмаясаҡ.
Автобустар  Башҡортостан  предприятиеһында етештерелгән, уларҙы үҙебеҙҙең баҙарҙа һатып алыу иҡтисади һөҙөмтә бирә.
Двигателе  Германияныҡы. Юлға сығыр алдынан техниканың торошо ентекле тикшерелә. Газ яғыулығында эшләүсе транспорт менән идара итеү өсөн водителдәргә махсус уҡыуҙар ойошторолған.
Автобустар бөгөндән үк  ҡала маршруты буйынса йөрөй башлай.  Водителдәр өсөн ғәҙәти көн түгел. Рейсҡа яңы автобуста сығыу  икеләтә яуаплы. Улар  юл алдынан һәр ваҡытта   медицина тикшереүе үтә. Бөтәһе лә пассажирҙар хәүефһеҙлеге һәм ҡаланың экологик торошона  хәстәрләүгә йүнәлтелә.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика