Бөгөн Өфөлә «Башҡортостан төҙөлөш комплексының иң яҡшы ташсыһы» конкурсы үтә 14.07.2017

Ул ошо өлкә һөнәрмәндәренең иң-иңдәрен билдәләү маҡсатында йыл һайын ойошторола.   Төҙөүсе - һәр заманда ла маҡтаулы һөнәр. Ысынлап та, уның тылсымлы ҡулдары менән халыҡ өсөн фатирҙар, төрлө предприятие биналары, сауҙа үҙәктәре, ял һәм мәҙәниәт усаҡтары төҙөлә.

Ташсыларҙың быйылғы республика конкурсында төҙөлөш предприятиелары һәм ойошмаларының  өс тиҫтәнән ашыу эшсеһе ҡатнаша. Бәйгене уҙғарыу урыны итеп Өфөнөң көньяғында төҙөлгән күп ҡатлы йорттарҙың береһе һайланды. Тәүҙә ташсылар оҫталыҡтарын кирбесте билдәле ваҡыт эсендә сифатлы итеп һалыуҙа күрһәтте. Төштән һуң улар белемен конкурстың ғәмәли өлөшөндә һынай. Иң яҡшы ташсы исемен яулаусы хеҙмәткәр Башҡортостан данын Волга буйы федераль округы кимәлендә үткәреләсәк бәйгелә яҡлаясаҡ.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика