Бөгөн Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған Еңеү парадына әҙерлек сараһы уҙҙы

Бөгөн Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған Еңеү парадына әҙерлек сараһы уҙҙы 28.04.2015

Парад 9 майҙа Өфөнөң Ленин майҙанында сәғәт унда башлана. Байрамда мең ярым кеше ҡатнаша. Өфө халҡын һәм  килгән ҡунаҡтарҙы  сағыу тамаша көтә.  

Ҡасандыр илде баҫҡынсыларҙан һаҡларға әйҙәгән йыр бөгөн тарихты онотмаҫҡа  саҡыра. Еңеү парадында ҡатнашыусы һәр кем бер йөрәк тибеше менән , бер төрлө тын алырға тейеш кеүек.  Иң ҙур байрамды юғары кимәлдә ойоштороу маҡсатында Оборона министрлығы,  Өфө гарнизоны, хәрби частәр,  юғары һәм урта уҡыу йорттары, кадет корпустары вәкилдәре репетицияға йыйылды.
Еңеү  парадының талаптары ҡаты.  Хәрбиҙәргә тигеҙ итеп баҫырға, дөрөҫ атларға, ә музыканттарға көй ыңғайына  яңылышмай уйнай белеү шарты ҡуйылды.Сара  бер сәғәт тирәһе барасаҡ. Республика башлығының  сығышы ла  көтөлә.  
Быға тиклем Өфөлә хәрби парад Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына ойошторолғайны. Ул саҡта Ленин майҙанында Өфө гарнизоны, хәрби көстәр структуралары , ветеран ойошмалары һәм патриотик клубтар ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышы техникаһы һәм хәҙерге һуғыш машиналары  күрһәтелде. Был юлы парадҡа хәрби техника йәлеп ителмәй.
Парадтан һуң  «Үлемһеҙ полк» үтәсәк. Ойоштороусылар еңеүҙең етмешенсе яҙы  һәр кемдең күңелендә иң матур тәьҫораттар ҡалдырыр тигән ышаныста.  Сараны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку