Бөгөн Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы станцияһы хеҙмәткәрҙәре менән республика һәм баш ҡала етәкселеге осрашты

Бөгөн Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы станцияһы хеҙмәткәрҙәре менән республика һәм баш ҡала етәкселеге осрашты 24.07.2014

Унда һүҙ хеҙмәтте борсоған мәсьәләләр тураһында барҙы. Башлыса Өфөнөң ашығыс ярҙам станцияһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы менән бәйле һорау тикшерелде. Шулай уҡ фекер алышыуҙа коммуналь түләүҙәр, матди-техник базаны яңыртыу, эш шарттарын яҡшыртыу кеүек мәсьәләләр ҙә күтәрелде.

Марат Йыһаншин, Өфө ҡалаһының ашығыс ярҙам станцияһының баш табибы: «Һүҙ торлаҡ, беҙҙең станцияларҙы ремонтлау, асфальт түшәү тураһында ла барҙы. Хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус эш кейеме менән бәйле мәсьәләлә лә күтәрелде. Баш ҡала хакимиәте башлығы уларҙы хәл итергә һүҙ бирҙе. Тәү ҡарашҡа был һорауҙар көнүҙәк күренмәһә лә, уларҙы ыңғай хәл итеү беҙҙең эште мотлаҡ еңеләйтәсәк». Осрашыуҙан ашығыс ярҙам станцияһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡәнәғәт. Уларҙың әйтеүенсә, быға тиклем республика хөкүмәте һәм баш ҡала хакимиәте вәкилдәре менән туранан тура һөйләшеү булмаған. Ирина Тишина, ашығыс ярҙам станцияһы хеҙмәткәре: «Осрашыу бик оҡшаны. Өфө хакимиәте башлығы, Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары килде. Иң мөһиме: улар беҙҙе ишетте һәм проблемаларҙы ҡарарға һүҙ бирҙе».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика