Бөгөн Өфөлә 1812-1814 һәм 1914-1917 йылдарҙағы яуҙарға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте

Бөгөн Өфөлә  1812-1814 һәм 1914-1917 йылдарҙағы яуҙарға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте 16.10.2014

Был ике яуҙың тәүгеһе Ватан, икенсеһе  Бөтә донъя һуғышы исеме аҫтында тарихҡа инеп ҡалған.

Бәрелештәрҙә бар халыҡ ҡатнаша, Башҡортостан халҡы ла яуҙан ситтә ҡалмай. Был һуғыштар дөйөм донъяуи үҫешкә йоғонто яһай, яуҙарҙан һуң хатта карталар үҙгәртелә. Конференцияла ғалимдар был тарихи ваҡиғаларҙың әһәмиәте хаҡында фекер алышты. Мәғлүмәттәр халыҡ хәтере, фотоһүрәттәр, ауыҙ-тел ижады аша ла килеп еткән. Мәҫәлән, Вена һәм Берлин архивтарында әсирлеккә төшкөн яҡташтарыбыҙҙан яҙып алынған йырҙар һаҡланып ҡалған. Тарихты өйрнеүселәр һалдат бәйеттәрен дә яҙып алған.

1812 йылғы Ватан һуғышында, халыҡ теле менән әйткәндә, «француз яуы» хаҡында мәғлүмәттәр бар. Унда 20 башҡорт ғәскәре ҡатнаша, улар Парижға тиклем барып етеп, «Төнъяҡ амурҙары» тигән дан менән ҡайта. Ә бына 1914-1917 йылдарҙағы донъя һуғышы тураһында мәғлүмәттәр әҙерәк. Ғалимдарға энциклопедияға материал туплау өсөн ғаилә архивтарындағы фотоларҙы ҡулланырға, байтаҡ эҙләнеүҙәр үткәрергә тура килә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку