Бөгөн Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яу юлы буйлап автосәйәхәттән ҡайтҡан республика делегацияһы тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Бөгөн Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яу юлы буйлап автосәйәхәттән ҡайтҡан республика делегацияһы тәьҫораттары менән уртаҡлашты 16.05.2017

Маршрут Өфөнән башланып Һамар, Волгоград ҡалалары, Ростов өлкәһе аша үтә.  Автосәйәхәттә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Башҡортостан» юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалы, «Юлдаш» радиоһы вәкилдәре ҡатнашты.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 72 йыл тулыуға арналҡан акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, сәйәхәттең маҡсаты - туғандар ҡәберлектәрен, һәйкәлдәрҙе күреү, урындағы халыҡ менән осрашыуҙар үткәреү була. Сәфәрҙн һуң Мәхмүт Сәлимов, «Башҡортостан» гәзите Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән дивизияның хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарының ерләнгән урындарын асыҡлау, исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында акцияны тағы ла киңерәк йәйелдерергә иҫәп тота. Бының өсөн Генерал штаб карталарын, хәрби комиссариат архивтарын файҙаланыу, урындағы халыҡ араһынан шаһиттарҙы табыу талап ителә. Инициатив төркөм ағзалары был акцияға Башҡортостан халҡының дәррәү ҡушылыуын һорай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика