Бөгөн Өфөгә «Тымыҡ океан Еңеү маршруты» бард-автоуҙышы килеп етте

Бөгөн Өфөгә  «Тымыҡ океан Еңеү маршруты» бард-автоуҙышы килеп етте 17.06.2015

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Афғанстандан ғәскәрҙәрҙе сығарыуға 26 йыл тулыуға арналған маршрутта Өфө ун бишенсе ҡала. Автоуҙышта алты кеше ҡатнаша. Улар  Афған һуғышы ветерандары, «Хәрби туғанлыҡ» һәм «Антимайҙан» ойошмалары ағзалары.  

Виктор Кузнецов, «Тымыҡ океан еңеү маршы» бард-автоуҙышы етәксеһе: «Һәр ҡала үҙенсә ҡаршы ала. Уларҙың бөтәһен дә ихласлыҡ берләштерә. Был автоуҙыш иң тәүҙә беҙҙең үҙебеҙҙең өсөн кәрәк. Бер ойошма кешеләре ҡасан осрашыр инек әле. Йәштәрҙә көслө рух тәрбиәләүҙә  әһәмиәте ҙур. Уны беҙ йырҙар аша  еткерергә теләйбеҙ.  Икенсе бөтә донъя һуғышының ҡасан тамамланғанын, күпме ҡан ҡойолғанын бергәләп хәтергә төшөрөү бер ҡасан да артыҡ түгел».  
2 июндә Владивостокта старт алған  сәйәхәтте улар  Севастополдә тамамларға һәм бөтәһе   25 мең саҡырым юл  үтеп июль аҙаҡтарында кире әйләнеп ҡайтырға ниәтләй.  Башҡортостандың хәрби  саҡырылыш пунктында улар армияға алыныусы егеттәр  менән осрашыу үткәргәндән һуң   концерт ҡуйҙы. Бард-автоуҙышы Өфөнән  һуң  Һамарға юллана. Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар 4 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты менән сәғәт унда һуғышҡа һәм терроризмға ҡаршы  бөтә Рәсәйҙә  бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итеү өсөн ҡултамғалар ҙа йыя.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика