Бөгөн Белорет районында «Һыбайлы һуҡмаҡ» тип исемләнгән ат туризмы фестивале тамамланды

Бөгөн Белорет районында «Һыбайлы һуҡмаҡ» тип исемләнгән ат туризмы фестивале тамамланды 07.09.2015

Сарала ҡатнашыусылар өс көн дауамында спорт ярыштарында, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм башҡа күңел асыу сараларында ҡатнашты.  

Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тигән халыҡ мәҡәленең тапҡырлығын Кинйәбулат Янбаев яҡшы белә. «Һыбайлы һуҡмаҡ» ат туризмы фестивалендә ул «Абҙаҡ» тау-саңғыһы комплексы исеменән сығыш яһай. Әбйәлил районында тыуып-үҫкән уҙаман ат менән баласаҡтан дуҫ. Шуға ла ул атты «Һә» тигәнсе ауыҙлыҡлай.
Ваҡытҡа палатка йыйыу конкурстың бер өлөшө. Әлбиттә, тиҙлектән тыш, уның дөрөҫ ҡоролоуы ла мөһим. Бынан тыш, арҡан ишеү, уны билдәләнгән арауыҡҡа ырғытыу ҙа конкурс бер шарты.
«Һыбайлы һуҡмаҡ» фестивалендә ҡатнашыусылар тиҫтәләп нөктә аша үтергә тейеш. Мәҫәлән, тәүге һынауҙарҙың береһе ул ат менән идара итә белеү оҫталығы. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренһә лә, уны үтеү ҡатмарлы ғына...
Ысынлап та ҡаршылыҡ һыҙаттарын үтеү журналист өсөн генә түгел, фестиваль ҡатнашыусыларына ла еңел бирелмәне. Әлбиттә, был һынауҙы үтә алмағандарҙың баллы кәметелде.
Һәр ҡатнашыусы үҙе менән бергә рюкзак, компас һәм карта алырға бурыслы ине. Сөнки ике, дүрт һәм һигеҙ сәғәткә ярашлы төҙөлгән программа һынауҙарын үтеү түгел, аҙашыу ихтималлығы ла бар. Төп талаптарҙың береһе ул тейешле билдәне табып, уны фотоға төшөрөү. Ә юғары баллдарға өлгәшеү өсөн 50 саҡрымлап юл үтеү кәрәклеген аңлатты. Шулай ҙа ярыш нисек кенә бирелмәһен олоһо ла, кесеһе лә бик теләп ҡатнашты.
Тап башҡорт тоҡомло аттарҙың сыҙамлығында балалар фестивалдә үҙҙәрен иркен тотто. Йылға, ҡуйы урмандар булһынмы, барыһын да еңеп сыҡты. Программа сиктәрендә фестиваль килеүселәр спорт ярыштарынан тыш, лекция уҡыуҙарында һәм эшлекле осрашыуҙарҙа ла ҡатнашты. Белорет, Бөрйән райондарының хозур тәбиғәт мөйөштәренә экскурсия ойошторолдо.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика