Бөгөн беҙҙең коллегабыҙ,башҡорт телевидениеһы мэтры Леонид Александрович Мешковтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны 31.03.2016

Ысын телевизионсы булараҡ ул һәр ваҡыт ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнаны. 1989 -cы йылдың июнь айындағы Оло-Теләк фажиғәһен  дә ул күҙ йәштәре аша төшөрә.

Был кадрҙар  хаҡында ҡабатланмаҫ һәм һирәк төшөрөлгән тип әйтергә генә була. Ярты быуатлыҡ хеҙмтә тәжрибәһе булған оператор һәр ваҡыт кадр артында ҡалды. Леонид Мешковтың исеме сағыу һәм ҡабатланмаҫ фильмдарҙың аҙаҡҡы титрҙарында ғына йышыраҡ ҡабатлана.
Телевидение студияһына Леонид Мешков мәктәп түңәрәгенән һуң  ун дүрт йәшендә  тәү тапҡыр аяҡ баҫа. Һуңынан әрме хеҙмәтен үтәй, телевидение һәм киноға бөтөнләй ҡағылышы булмаған һөнәр буйынса эшләй. Әммә операторлыҡ эшенә ылығыу шул тиклем көслө була һәм ул 1969 -cы йылда «Башҡортостан» телекомпанияһына эшкә ҡайта. Бөтә нәмә уға шәхси  күнекмәләре,  тәжрибәһе  аша бирелә. «Мәләүез сабышсылары» тигән фильмы Баҡуҙа Бөтә союз фестивале лауреаты исменә лайыҡ була.
Леонид Мешков үҙ өҫтөндә даими эшләүсе, үҙен һөнәри яҡтан үҫтерергә ынтыла. 44 йәшендә ВГИК тамамлай. Әммә был белемдәр ҙә уға аҙ тойола.
Леонид Мешков туплаған хеҙмәт тәжрибәһен  йәш коллегалары менән дә уртаҡлашты. Уның операторлыҡ оҫталығы өлкәһендә биргән кәңәштәре, уҡырға тәҡдим иткән китаптары күпме йәштәргә ижад ҡанаттары ҡуйҙы. Яратҡан эшен ул ярты йыл элек кенә ҡалдырҙы.
Ул бер ваҡытта ла ашыҡманы,төплө итеп йәшәне . Туплаған тәжрибәһе менән мул бүлеште. Яҡындары, коллегалары араһында киң күңелле , ҡабатланмаҫ һәм сағыу шәхес булараҡ абруй ҡаҙанды. Арабыҙҙан башҡорт телевидениеһында яҡты эҙ ҡалдырған  тере легенда китте.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика