Бөгөн Башҡортостандың Өфө ҡалаһындағы Орджоникидзе һәм Калинин райондары буйынса хәрби комиссариатында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте

Бөгөн Башҡортостандың  Өфө ҡалаһындағы  Орджоникидзе һәм Калинин райондары буйынса  хәрби комиссариатында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар  көнө үтте 17.04.2015

Сараға йәш  егеттәр, Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә һәм былтыр Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнашыусылар саҡырылғайны. Осрашыу  байрамса төҫ алды. Ватанды һаҡларға китеүселәр алдында концерт номерҙары күрһәтелде.

Хәрби комиссариат бүлеге вәкилдәре һәм  ҡунаҡтар йәштәргә  кәңәштәрен еткерҙе. Повестка ҡағыҙы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары теләктәре яҙылған   өсмөйөшлө хаттар ҙа тапшырылды.  Яҙғы саҡырылышта  Орджоникидзе һәм Калинин райондарынан армия сафына дүрт йөҙ егет юлланасаҡ.
Владимир Горохольский, Башҡортостан хәрби комиссариатының өфө ҡалаһындағы Орджоникидзе һәм Калинин райондары буйынса бүлеге етәксеһе: «Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙә патриотик рух нығый. Армияға егеттәр үҙ  теләге менән бара.Улар  һауа-десант,диңгеҙ пехотаһы һәм хәрби- диңгеҙ флотына хатта  конкурс нигеҙендә ҡабул ителә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика