Бөгөн Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙе 8 март менән ҡотланы

Бөгөн Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы  ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙе 8 март менән  ҡотланы 06.03.2015

Юл хәүефһеҙлеге һағында тороусылар Октябрь проспектында ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙе документтарын тикшереү йә, штраф һалыу өсөн түгел, ә  сәскә  бүләк итеү өсөн туҡтатты. Шулай уҡ Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге  дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе  Динар Ғилметдинов исеменән ҡотлау открыткаһы ла алған гүзәл заттар   көтөлмәгән бүләктән  аптырап алды.  

Байрам менән ҡотлау  таҙа, йыуылған автомобилдәге,  хәүефһеҙлек ҡайыштарының эләктергән ҡатын-ҡыҙ водителдәргә  эләкте. Ҡағиҙәләрҙе  теүәл  үтәүселәргә татлы бүләктәр ҙә тапшырылды. Троллейбус йөрөтөүсе гүзәл заттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙарға  ихтирам һәм хөрмәт күрһәтеүгә ҡоролған   матур акция  йыл һайын үткәрелеп килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика