Бөгөн Башҡортостандың арбитраж судында "Роснефть"тең "Система" корпорацияһына дәғүәһе буйынса сираттағы ултырыш үтте

Бөгөн Башҡортостандың арбитраж судында "Роснефть"тең  "Система" корпорацияһына дәғүәһе буйынса сираттағы ултырыш үтте 19.07.2017

170 миллиард һумлыҡ бәхәскә сит ил акционерҙары ла килеп ҡушылды. Республиканың арбитраж судындағы ултырыш дүрт тапҡыр тәнәфескә туҡталды. Тәү сиратта судья өсөнсө яҡ вәкилен, "Башнефт"тең яңы акционеры - сит ил гражданы Александр МаресЭль Верлиға ҡарата дәғүәне кире ҡаҡты. Судҡа мөрәжәғәт итеүсе яҡ сит ил граждандарын йәлеп итеүгә ҡаршы. Акциялар дәғүәләр билдәле булғас эш судтта тәүге тапҡыр ҡаралыр алдынан ғына  һатып алынған булған. Белгестәр фекеренсә, акционерҙарҙың әллә ни ҡыҙыҡһыныуы юҡ, был бары тик процессты һуҙыу  алымы ғына. "Система" корпорацияһы киреһенсә, суд эшендә өсөнсө яҡтың да ҡатнашыуы мөһим тигән фекерҙе яҡлаһа ла, судья был теләкте ҡәнәғәтләндермәне.      

Шулай уҡ  "ТАН КЭПИТАЛ" сит ил компанияһының мөрәжәғәте лә  судья яҡлауын тапманы. Был компания ла яңы ғына  барлыҡҡа килгән "Башнефть" акционерҙары. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башнефть" компанияһы Мәскәүҙең "Система" корпорацияһы ҡарамағына 2009 йылдан күсте. Ә биш йылдан һуң дәүләт был һатып алыу килешеүен законһыҙ тип тапты. Дәүләт милкенә ҡайтарылған компанияны  "Роснефть" һатып алды. Аудит тикшереүҙәре "Система" вәкилдәренең "Башнефть" активтарын махсус рәүештә ситкә сығарыуын иҫбатланы. Ә яңы хужалар ошо йылдарҙағы юғалтыуҙарҙы 170 миллиард һум күләмендә баһалай. Яуап тотоусылар бының менән бөтөнләй килешмәй һәм улар бөгөнгө ултырышта иҡтисади суд экспертизаһын үткәреүҙе талабын ҡуя.Әммә был башланғыс та  суд яғынан хуплау тапманы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика