Бөгөн Башҡортостанда дауыл ҡоторҙо 06.12.2016

Иртәнсәктән яуған ҡар, күҙ асҡыһыҙ буран эҙемтәһеҙ үтмәне. Тотороҡһоҙ һауа торошона бәйле,  юлдарҙа транспорт хәрәкәте ауырлашты, тиҫтәләрсә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Урыны менән   көслө буран сығыуы, ҡар яуыуы, юлдарға көрт һалыуы иртәгә лә көтөлә.

Булгаков ҡасабаһы эргәһендә бер үк ваҡытта бер-нисә автомобиль бәрелеште, шунлыҡтан километр оҙонлоғона һуҙылған тығындар барлыҡҡа килде. Яндекс-пробка сервисы хәбәр итеүенсә, бөгөн 10 баллыҡ тығындар күҙәтелгән. Синоптиктар алдағы төндә һәм иртәгә лә республика биләмәләрендә көслө ел һәм буран сығыуы, һауа температураһының түбәнәйеүе хаҡында иҫкәртә. Яуған ҡарҙы махсус техникалар ҙа таҙартып өлгөрә алмай.  Туҡтауһыҙ яуған ҡар водителдәр өсөн генә түгел, йәйәүлеләргә лә оло һынауға әүерелде. Күптәр һауа торошоноң үҙгәреүен алдан белһә лә, ысынында уға әҙер булмай сыҡты.  
Республика район-ҡалаларында ла юл-транспорт хәрәкәте ауырлашты. Быға күбеһенсә йөк автомобилдәре сәбәпсе. Шуға ла тығындарҙы бер аҙ кәметеү маҡсатында йөк машиналарының хәрәкәте бөгөн киске сәғәт алтынан иртәнге һигеҙгә тиклем туҡтатылып торҙо.  
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ел көсәйгән осраҡта биналарҙан сыҡмаҫҡа, ер аҫты үткәүелдәрендә йәки подъездарҙа йәшенергә кәңәш итә. Көслө елдән йорт стеналары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер һәм башҡа материал киҫәктәренең төшөүе мөмкин. Шулай уҡ электр линиялары, туҡталыштар, реклама таҡталары, төҙөлөп бөтмәгән биналар, ағастар тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәрәк. Йорттарҙа электр ҡорамалдарының төҙөклөгөн тикшереү зарур.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика