Бөгөн Башҡортостан йылға пароходсылығында навигация асылды

Бөгөн Башҡортостан йылға пароходсылығында навигация асылды 24.04.2015

Сара Өфө портында  тантаналы шарттарҙа үтте. Башҡортостан  йылға пароходсылығы тармағында лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеүселәргә  Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Быйыл  йылғаға 62 берәмек судно сыға. Миҙгел тамамланғансы  миллион тоннанан ашыу йөк ташыу ҡаралған. Шулай уҡ һикһән ике мең пассажир йөрөтөү күҙаллана. Былтыр эшкә «Башҡортостан» һәм «Чапаев» теплоходтары  ғына йәлеп ителһә,  пароходсылыҡ үҙ көсө менән «Салауат Юлаев» теплоходын ремонтлаған. Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә бәйле саралар ҙа ҡаралған. Ул йылға буйында хәүефһеҙлек булдырыуҙы, кәрәк була ҡалһа,  ҡунаҡтарҙы пароход ҡунаҡханаһында урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Ошо маҡсатта ике пароход әҙерләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку