Бөгөн Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына алты крокодил ҡарасҡыһын тапшырҙы 23.10.2014

Экзотик хайуандар таможня сигендә тартып алынған. Башҡортостанда ете пост иҫәпләнә. Улар Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Туймазы ҡалаларында урынлашҡан. Әйткәндәй, сик аша үткәндә йыл башынан 939 административ хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған. Уларҙың 16-на енәйәт эше ҡуҙғатылған, ә штраф санкциялары 50 миллион һумға етә. Профилактик сараларҙың йыш уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, сит илдән сик аша үткәреү тыйылған әйбер ташыу осраҡтары теркәлеүен дауам итә. Шул иҫәптән экзотик хайуан яратыусыларға ла «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән крокодилдар кәртә була алмаған.

Юрий Владимиров, Башҡортостан таможняһы етәксеһе: «Сик аша сығарыу тыйылған сит ил әйберҙәре беҙгә  башлыса һауа юлдары аша үтеп инә. Һәр айырым осраҡты беҙ етди күҙәтеүгә алып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итәбеҙ. Әлеге крокодил ҡарасҡылары күп һанлы экспертиза үткәндән һуң Башҡорт дәүләт университетына тапшырылды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика